Бынан бер нисә йыл элек кенә әле урам тулып үҙенең баҡсаһында үҫтергән йәшелсә-емеште һатҡан кешеләр бик күп була торғайны. "Әй шул әбейҙәр һағындыра. Әллә вафат булып бөттөләр... Улар бит көҙ урам йәмләп торор ине", - тине яңыраҡ бер танышым.
Ысынлап та, бер ҡараһаң, беҙҙең халыҡ баҙарға әйбер һатыу өсөн генә түгел, ә аралашыу, һуңғы яңылыҡтарҙы белешеү өсөн дә сыға.
Үҙәк баҙар эргәһендә әле әбейҙәр күренә башланы. Көҙ бит. Улар алма, ҡыяр, помидор, әлморон һата.
"Алманың килограмы 50 һум, үҙ баҡсамдан ғына, был сит ил ағыуы түгел", - тип ҡыҫтай бер инәй. Алмалы булып ҡайтып киләм әле бына өйгә.