Йәмғиәт
6 Сентября 2019, 09:15

Ғорурлыҡ тойғоһон кисерҙек

Олатайҙарыбыҙҙың даны, 75 йыл самаһы ваҡыт үтеүгә ҡарамаҫтан, Липецк өлкәһе Икенсе Тербуны ауылы халҡы күңелендә изге хәтирәләр булып һаҡланыуын күреп, сикһеҙ ғорурлыҡ кисерҙек (һүрәттә).

Ҡартатайыбыҙ хәбәрһеҙ юғалмаған.


Олатайҙарыбыҙҙың даны, 75 йыл самаһы ваҡыт үтеүгә ҡарамаҫтан, Липецк өлкәһе Икенсе Тербуны ауылы халҡы күңелендә изге хәтирәләр булып һаҡланыуын күреп, сикһеҙ ғорурлыҡ кисерҙек (һүрәттә).


112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы ауыр мәлдәрҙә лә, милләтебеҙҙең асылын күрһәтеп, үҙҙәрен мәңгелек данға күмгән. Башҡорт яугирҙәре ерләнгән туғандар ҡәберлектәрен хөрмәтләп, таҙа, бөхтә итеп тотҡандарын күреп, шул фекергә килдек. Барыбыҙҙың да түбәбеҙ күккә тейҙе, ауыл халҡына рәхмәт тойғоһо кисерҙек.


Малай саҡта бер төркөм “ниместәр”, бер төркөм “беҙҙекеләр” булып, “атыш” уйнағаны­быҙ хәтерҙә. Тәүҙә шыбаға тотошоп башлай­быҙ. Еңелгәндәр “ниместәр” була ине. Бере­беҙҙең дә еңелгеһе килмәй. Ниместәр – улар фашистар. Гитлер – фашист. Әкиәттәр­ҙәге аждаһаларҙан да уҫал, яман булып күренә торғайны.


Һуғыштан ауылға бабайҙар йә аяҡһыҙ, йә ҡулһыҙ ҡайтты. Мин уларҙы йәлләй инем. “Ҡартатай! Ҡартатай!” – тип бергә уйнаған малайҙар, йүгереп барып, ҡартата­һының арбаһына ултырып китһә: “Их, минең ҡартатайым булһа, мин дә шулайтыр инем”, – тип иламһырап ҡалғыланым.


Нисек кеше юғалһын, улай булыуы мөм­кин түгел. Беҙҙең ҡартатай үҙ аты менән һуғышҡа киткән, нисек инде ул хәбәрһеҙ юғалһын?! Минең күңелем һис тә ышанманы, был уй башҡа инеп тә сыҡманы.


2018 йылда Күгәрсен районының “Мо­ра­ҙым” гәзитендә ҡартатайҙы табыуҙары, ҡайҙа ерләнгәне тураһында яҙғандар, тип Таһир ҡустым шылтыратты. Күңелемде ҡы­уаныу менән һағышлы үкенеү тойғоһо сор­наны. Ысындан да бер аҙ һеңгәҙәп торҙом.


Ҡәрсәй утыҙ ике йәшендә ҡартатайҙан дүрт сабыйы менән тороп ҡалған. “Өс кенә хаты килде...” – ти ине ошо хаҡта. Март-апрель айҙарында Күгәрсен районының Йомағужа ауылынан бер төркөм ҡатын-ҡыҙ йәйәүләп Алкинға, “учебка”лағы ҡарта­тайҙар янына барып, уларҙы күреп ҡайтҡан­дарын һөйләп илай торғайны.


“Атай, һине ебәрмәйем, барма ла ҡуй!” – тип атайыбыҙ уға йәбешеп илап барғанын хәтерләп һөйләй торғайны. Атайымдың һең­леһенең дә: “Атайыбыҙ булһа, йәшәүе ул тиклем ауыр булмаҫ ине”, – тип сеңләп ила­ғаны хәтерҙә. Ҡәрсәй ҙә, атай ҙа, Миния апай ҙа ҡартатай тураһында бер ни ҙә бел­мәйенсә, “хәбәрһеҙ юғалған”ына ышанып, ба­ҡыйлыҡҡа күсте. Йәндәре йәннәттә булһын.


Совет илендә беҙҙеке кеүек яҙмыш һәр ғаиләлә. Миллиондар ҡартатайһыҙ, олатай­һыҙ, атайһыҙ, улһыҙ, ҡыҙһыҙ, ирһеҙ, туған­һыҙ, һөйгән йәрһеҙ, балаһыҙ, яҡындарһыҙ ҡалған. Һуғыш – ҡот осҡос фажиғә. Ә бит уны кешеләр уйлап тапҡан!


112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы кавалерисы Слявчин (Һеләүһен) Закир Мос­тафа улы 1942 йылдың 6 июлендә яуҙа һәләк булған. Липецк өлкәһе Тербуны ауы­лын­дағы туғандар ҡәберлегендә ерләнгән, тигән юлдарҙы уҡығас, әлбиттә, бик ҡыуан­дыҡ. Ҡартатайыбыҙ юғалмаған, тип һөйөнөштөк.


Ҡартатайыбыҙ Закир Мостафа улының улы Минефәрҙең уландары: Әнүр, Таһир, Хәбир, Ғәфүр, ҡыҙы Гөлсинә, шулай уҡ һәммәбеҙҙең ғаилә ағзалары, тынғыһыҙ эҙәрмән, сауаплы изге эштәр башҡарыусы Замир Вахитовҡа баштарыбыҙҙы эйеп, оло рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ. Беҙҙең рәхмәт­тәребеҙ Аллаһу Сөбхәнә Тәғәләнең сауаптарына ирештерһен. Замир дуҫ менән интернет аша таныштыҡ. Телефондан һөй­ләш­кәндә, Тербуны ауылына барып, ҡарта­тайға зыярат ҡылып ҡайтырға килештек.


Быйыл Хәбир ҡустым һәм Илнур улым­дың тырышлыҡтары менән Липецк өлкәһе Тербуны ауылындағы туғандар ҡәберлегенә зыярат ҡылырға насип булды. “Башҡортос­тан ҡыҙы” журналының баш мөхәррире, шағирә Гөлназ һылыуҙың беҙҙең менән барыуы сәфәребеҙҙе рәсмиләштерҙе, рухи яҡтан тәрәнәйтте. Ошо сәфәр тәьҫораттары һөҙөмтәһендә тыуған шиғырынан юлдар килтерәм:

Хәбәрһеҙ юғалһалар ҙа,

Юйылмаған хәтерҙән.

Улар үлән булып ҡалҡа

Ҡандары тамған ерҙән.

Улар ҡоштар булып оса,

Саҡыра Саҡ-Суҡ ише.

Әйтерһең, күктә яҙыла

Уларҙың мөлдөр хисе.

Йәшәп танһыҡтары ҡанмаҫ

Мәлдә генә киҫелгән,

Шәһит киткән һалдаттарҙы

Ҡорбан иткән аяуһыҙ ҙа

Замандарҙы кисерәм

Мәңге яныр утҡа ҡарап.

Дан, дан һиңә ялҡында.

Күктән һинең күҙҙәр баға.

Бөтә нәмә хәтерләтә

Ере өсөн йәнен биргән,

Юҡ, хәбәрһеҙ юғалмаған,

Исеме ташҡа уйылмаған

Ябай һалдат хаҡында.


Уның олатаһы Хажиәхмәт Ҡотой улы Ҡо­тоев та Кусимовтың 275-се полкында хеҙмәт иткән. Ул 1942 йылдың 10 июлендәге ҡаты төнгө һуғышта һәләк булған. Хажиәх­мәт тә беҙҙең ҡартатай менән бер ҡәберлектә ята.


5 июлдә Тербуны ауылына барып еттек. Замир дуҫ менән осрашып, район хужалары менән таныштыҡ. Мәңгелек утҡа сәскәләр һалдыҡ. Ватандарын һаҡлап шәһит булған­дарға хужаларҙың яҡшы мөнәсәбәттәрен күрҙек. Мәңгелек ут тирәһендә һәйкәлдәр, бюстар тәртиптә, таҙа, бөхтә тотола.


Икенсе Тербуны ауылындағы туғандар ҡәберлегендә урыҫса-башҡортса “Ҡартатай­ға ейән-ейәнсәрҙәренән һәм бүләләренән” тип яҙылған венок һалдыҡ. Ташҡа баҫылған исемлектә ҡартатайыбыҙҙың исем-шәрифен уҡығанда, тыуған яҡтың изге тупрағын һал­ғанда, үҙемсә ҡартатай менән иҫәнләшеп һөйләшкәндә, күҙҙән йәштәр аҡты.


Мәктәп музейында бай материалдарҙы ҡараныҡ, уҡытыусыларҙың һуғыш тураһын­да һөйләгәндәрен тыңланыҡ. “Башҡорт атлылары” исеме бирелгән урамда фотоға төштөк. “Башҡорт малайы” Алексейҙы барып күрҙек. Иҫтәлеккә фотоға төштөк. Бик матур күл буйында, мөһабәт ҡарағай, ҡайындар уртаһындағы ҡунаҡханала ял иттек.


Иртән, ҡартатай үлгән көндә, туғандар ҡәберлегенә барып, Закир ҡартатайыбыҙ­ҙың, Гөлназ һылыуҙың олатаһының һәм дә ошонда ерләнгән бөтә шәһиттәрҙең рухтарына бағышлап йәсин уҡыным.


Артабан беҙҙе Замир район хакимиәте ойошторған, Озерки ауылындағы һуғыш ваҡытын сағылдырған хәрби конструкцияны ҡарарға алып барҙы. Концерт ҡараныҡ. Һуғыш ваҡытында, 1942 йылдың 6 июлендә, Гитлер фашистарының һөжүмдәрен туҡ­тат­ҡан мәлдәрҙе сағыл­дыр­ған күренештәрҙе кәү­ҙәләндер­ҙеләр. Тәү тапҡыр танктар ҡат­нашты, тине ойоштороусылар. “Аттар менән кавалеристар ҙа ҡатнашһа, бигерәк шәп булыр ине”, тигәнгә: “Була ул, килегеҙ аттар ме­нән, ойошторорбоҙ, уйлашайыҡ бергә­ләп”, – тигән яуап алдым. Ысынлап та, тетрән­дергес оло тамаша булды. Ҡот осҡос бәре­лештә күпме ғәйепһеҙ ғүмерҙәр ҡыйылған.


Замир дуҫҡа рәхмәттәр әйтеп, ғүмерлек тәьҫораттар алып, ҡайтыр юлға сыҡтыҡ. Әлхәмдүлләһи шөкөр! Имен-аман ҡайтып еттек тыуған яҡтарға. Ошо сәфәребеҙҙән алған тәьҫораттарымды “Башҡортостан” гәзите уҡыусылары менән дә уртаҡлашҡым килде.


РЕДАКЦИЯНАН: Мәҡәлә баҫмаға әҙерләнгәндә авторы, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, көтмәгәндә мәңгелек йортҡа күсте. Тербуныла 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәренә һәйкәл асырға, башҡорттар­ҙың бөгөн дә саялыҡтарын юғалтмағанын күрһәтеп, аттарыбыҙ менән ул яҡтарға тағы барып ҡайтайыҡ, тип хыялланған аҡһаҡалдың ғүмере ҡапыл өҙөлөүе үкенес. Туғандарының һәм яҡын­дарының ауыр ҡай­ғыһын уртаҡ­лашабыҙ.
Читайте нас