Бөгөн, 6 сентябрҙә, Санкт -Петербург һәм Симферопольдән Силәбе ҡалаһына осҡан самолеттар ҡуйы томан сәбәпле аэропортта төшә алмаған. Икеһе лә Өфөләге запастағы аэродромда туҡтарға мәжбүр булған. Самолеттар Симферопольдән 07:42, ә Санкт–Петербургтан 07:46-ла Өфөгә килгән.