Йәмғиәт
6 Сентября 2019, 09:55

Учалыла йәйәүле тапалды

Кисә республика юлдарында 14 авария теркәлгән, уларҙа бер кеше һәләк булған, 15-е төрлө тән йәрәхәттәре алған.

Фото: ЮХХДИ матбуғат хеҙмәте.Фото: ЮХХДИ матбуғат хеҙмәте.
Фото: ЮХХДИ матбуғат хеҙмәте.
Кисә төндә Учалы ҡалаһында Энергетиктар урамында йәйәүлене тапау осрағы теркәлде. ЮХХДИ матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 31 йәшлек ир “Лада Гранта” автомобилендә 65 йәшлек ирҙе тапата. Ул фажиғә урынында, “Ашығыс ярҙам” табиптары килеп еткәнсе йән биргән. Водитель белдереүенсә, йәйәүле юл буйынан китеп барған. Хәл ҡараңғы ваҡытта булған, ирҙең кейемендә яҡтылыҡ сағылдырыусы элементтар булмаған.
Ведомствонан хәбәр итеүҙәренсә, кисә республика юлдарында 14 авария теркәлгән, уларҙа бер кеше һәләк булған, 15-е төрлө тән йәрәхәттәре алған.
Әйткәндәй, юлда һәләк булған йәйәүлеләрҙең төп өлөшө ҡараңғы ваҡытҡа тура килә. Шуға күрә кис өйҙән сыҡҡанда үҙегеҙҙең һәм балаларығыҙҙың кейемдәрендә яҡтылыҡ сағылдырыусы элементтар булыуын ҡайғыртығыҙ. Балалар өсөн махсус билдәләр ҙә бар. Үҙегеҙҙең хәүефһеҙлегегеҙҙе үҙегеҙ ҡайғыртығыҙ.
Читайте нас