Йәмғиәт
6 Сентябрь 2019, 18:16

Улар иректә...

Төрмәлә тәртипле булған футболсылар иректә артабан үҙҙәрен нисек тотор?

Фото: zen.yandex.ruФото: zen.yandex.ru
Фото: zen.yandex.ru
Иҫләйһегеҙме, билдәле футболсылар Павел Мамаев менән Александр Кокорин һәм уның ҡустыһы менән ғауғалы хәл-ваҡиғаны? Ана шул егеттәрҙе төрмәнән сығарғандар. Футболсылар үҙҙәрен унда тәртипле тотҡан икән, шуға ла шартлы рәүештә алдан ҡотолған.
Бөтә илгә шау-шыу тыуҙырған спортсылар яза срогын Белгород өлкәһендә үтә ине. 11 августа колония етәкселеге Мамаевҡа һәм ағалы-ҡустылы Кокориндарға ыңғай ҡылыҡһырлама бирәсәген белдергән.
Хәтерегеҙҙәлер, былтыр октябрҙә улар Мәскәүҙә кәйеф-сафа ҡороп, һуғышып, тәртипһеҙлек ҡылып йөрөгән. Бер кафела чиновникка ултырғыс менән һуҡҡандар, урамда бер водителде туҡмағандар. Ҡылған енәйәттәре өсөн 8 майҙа йыл ярымға дөйөм режимдағы колонияға оҙатылғайнылар.
Был ваҡиға “беҙгә барыһы ла мөмкин” тип эре ҡыланған һәр кешегә, айырыуса билдәлеләргә һабаҡ булһын ине. Күрербеҙ, төрмәлә тәртипле булған футболсылар иректә артабан үҙҙәрен нисек тотор...
Читайте нас