Красноярск крайының Ирбейск районында дүрт йәшлек сабыйҙы эҙләүгә 300-ҙән ашыу халыҡ күтәрелде.
Березовка кешеләренән тыш, полиция хеҙмәткәрҙәре, кинологтар, ирекмәндәр ҡушылды.
Төштән һуң 39 йәшлек атай кеше урманға бәшмәк йыйырға киткәс, ҡатыны дүрт бала менән өйҙә ҡала. Өс һәм дүрт йәшлек улдары ихатала уйнай. Ҡапҡа бикле булғас, әсә борсолмай, өйҙәге сабыйҙарын хәстәрләү өсөн өйгә инә.
Ярты сәғәттән һуң урамға сыҡһа, дүрт йәшлек улы юҡ! Ҡустыһының әйтеүенсә, ағаһы баҡса артлап урманға киткән. Был кискә табан ваҡытта булған.
Ҡатын иренең ҡайтҡанын көтә. Аҙаҡ үҙҙәренең генә таба алмаясағын аңлап, полицияға шылтырата. Эҙләү төркөмө шунда уҡ килеп етә.
Әлегә ауылдан бер саҡрым алыҫлыҡта бала эҙҙәре табылған.