Бер үҙем генә үҫкәс, бәләкәйҙән күп балалы ғаиләләргә көнләшеп ҡарай инем. Улар рәхәтләнеп уйнай, баҡса эштәрен дә йәһәт кенә бергәләп эшләп ҡуя. Урамда берәйһе ҡыйырһытырға теләгәндә, эргәләрендә ағаһы йәки апаһы бар...
Ә мин яңғыҙ. Шуға ла кейәүгә сыҡһам, балаларым күп булыр тип теләй торғайным. Аллаға шөкөр, институтты тамамлағас, уңышлы ғына кейәүгә сыҡтым. Ирем һәйбәт, ғаиләләре уңған, булдыҡлы. Йәмәғәтем эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә. Аҡса төйнәп, фатир алдыҡ, былай әллә ни мохтажлығыбыҙ юҡ һымаҡ. Туп кеүек ике ҡыҙыбыҙ үҫеп килә. Тик бына ошо көндәрҙә донъяла үҙемде иң бәхетһеҙ кеше итеп тоям.
Күптән түгел иһә өсөнсөгә ауырға ҡалғанымды белдем. Иремә бәпәй көтөүебеҙҙе әйтеп ҡыуандырайым тиһәм, төҫө ҡасып, йөҙө боҙолдо.
“Һин нимә, сусҡа кеүек тағы ла бала алып ҡайтырға теләйһеңме? Хәйерселәрҙе арттырып! – тимәһенме! – Беҙгә икәүһе лә еткән. Тапмайһың!” – тигәс, ҡотом осто.
“Абортҡа бар!” – тип таныш табибының телефонына шылтыратып та ебәрҙе...
Әйтеп тә, аңлатып та ҡарайым – ишетергә лә теләмәй. Бер һүҙҙе ҡабатлай – “абортҡа бар!” Аборт... Миңә был һүҙҙе ишетеүе лә ҡурҡыныс. Был бит – үҙ балаңды үлтереү! Ә мин уны әле үк төшөмдә күрәм, иркәләйем, яратам. Имеш, матур ғына улым тыуған да, уны һөйөп туя алмайым.
Бығаса гел иремдең ыңғайына торһам да, кисә: "Үлтерһәң дә, унда бараһым юҡ", – тип ҡаты итеп әйткәс, йәнә туҙынды. Ниндәй генә һүҙҙәр әйтеп бөтмәне, хатта: "Әллә кемдән ауырға ҡалғанһың да хәҙер шуны минең елкәгә һалып ҡуймаҡсы булаһыңмы?" – тип әйтеп, сығып китеү менән янаны. Йәнәһе, ғаиләне ул ҡарай, ә минең, уҡытыусының, эш хаҡы, имеш, үҙемдән артмай...
Хәҙер инде сабыйымдың тибешкәнен тоям. Нисек инде йөрәк төбөндә ятҡан балаңдың ғүмерен өҙмәк кәрәк?! Нимә генә булмаһын, абортҡа бармаясаҡмын. Ә һеҙ, дуҫтар, ниндәй кәңәш бирер инегеҙ?