Йәмғиәт
6 Сентября 2019, 19:55

Сит ил селтәре тамыр йәйә

Ә халыҡтың күпселеге ҡаршы... Һеҙ нисек уйлайһығыҙ?

Фото: yandex.byФото: yandex.by
Фото: yandex.by
Ноябрҙә Башҡортостандың ике ҡалаһында “Макдоналдс” селтәренең туҡланыу нөктәләре асыласаҡ. Стәрлетамаҡ һәм Нефтекама халҡы, Өфөнән ҡала, республикала тәүгеләрҙән булып фастфудтан ауыҙ итәсәк.
Был хаҡтағы яңылыҡ билдәле булыу менән интернетта ҡаршы фекер белдереүселәр “саң ҡаҡты”. Улар диңгеҙ аръяғы селтәренең беҙҙә тамыр йәйеүенә, экологик йәһәттән таҙа булмаған аҙыҡ-түлек менән туҡланыуҙы таратыуға ризаһыҙлығын белдерҙе. Шул уҡ ваҡытта “донъянан артта ҡалырға ярамай” тигән ҡарашта тороусылар ҙа етерлек.
Әйткәндәй, Рәсәйҙә был селтәрҙең тәүге рестораны 1990 йылда Мәскәүҙә асыла. Ул саҡта сит ил ризығын тәмләп ҡарарға теләп, сәғәттәр буйы сиратта тороусыларҙың фото һәм видеолары тотош донъяның киң мәғлүмәт сараларында урын алғайны.
Башҡортостанға был селтәр ярайһы уҡ һуң – 2004 йылда үтеп инә. Әле Өфөлә уның ун нөктәһе эшләй. Ут күршебеҙ Татарстан халҡы фастфудты беҙгә ҡарағанда нығыраҡ “ярата”: Ҡазанда ғына ошо йүнәлештәге 18 ресторан эшләй, шулай уҡ Яр Саллы, Әлмәт, Түбәнге Кама, Алабуға, Бөгөлмә ҡалаларында ла сауҙа урындары бар.
Читайте нас