Красноярск крайында йорт ихатаһынан урманға сығып киткән дүрт йәшлек малайҙы тапҡандар.
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, ғаиләлә дүрт сабый үҫкән, әсә уларҙың икәүһен бер аҙға ғына тышта ҡалдырып, өйҙәге бәләкәстәрен ҡарарға инә. Шул арала дүрт йәшлек малай баҡса артлап урманға китеп тә бара.
Баланы эҙләүҙә Березовка ауылы халҡы, ирекмәндәр, полиция хеҙмәткәрҙәре – барлығы 300-ҙән ашыу кеше ҡатнаша.
Малайҙың хәле һәйбәт, шулай ҙа район дауаханаһына һалып тикшермәкселәр, сөнки уның ныҡ ҡурҡҡаны билдәле.
Эске эштәр министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Рәсәйҙә көн һайын 15 бала юғала. Тәүҙә мотлаҡ полицияға хәбәр итергә кәрәк, тип иҫкәртә белгестәр.