Йәмғиәт
7 Сентября 2019, 07:45

Телһеҙ кеше

Көндәрҙең береһендә алдынғы мал ҡараусы Мәхмүт ағайҙы Өфөгә алдынғы колхозсыларҙың кәңәшмәһенә ебәрәләр. Магазиндан яңы әйберҙәр алып, уны сынъяһау итеп кейендерәләр: аяҡта – ялтлап торған туфли, өҫтә – яҡшы костюм, ҡарҙай аҡ күлдәк, галстук...

Фото: iva-interiors.comФото: iva-interiors.com
Фото: iva-interiors.com
1980 йылдарҙа була был хәл. Көндәрҙең береһендә алдынғы мал ҡараусы Мәхмүт ағайҙы Өфөгә алдынғы колхозсыларҙың кәңәшмәһенә ебәрәләр.
Билдәле: баш ҡала һынлы баш ҡалаға өҫтөңә нимә тура килә шуны эләктереп китеп булмай. Магазиндан яңы әйберҙәр алып, Мәхмүт ағайҙы сынъяһау итеп кейендерәләр: аяҡта – ялтлап торған туфли, өҫтә – яҡшы костюм, ҡарҙай аҡ күлдәк, галстук.
Оҙон-оҙаҡ тәжрибә уртаҡлашыуҙан һуң тәнәфес иғлан ителә. Тамағы кибеп киткән Мәхмүт ағай бәҙрәфкә килә лә үҙе кеүек ирҙән:
– Һыу эсергә яраймы? – тип һорай.
Теге әҙәмдең һыу уртлаған кеүек тик тороуына аптыраған Мәхмүт ағай, тас башҡортҡа оҡшап торһа ла, беҙҙенсә аңламай, ахыры, тип урыҫсаға күсә:
– Воду можно пить?
Әммә ни ғәжәп: был тағы эйе лә, юҡ та тимәй. "Кит, әллә телһеҙ инде" тип уйлаған арала Мәхмүт ағай теге кешекәйҙең костюмы ла, галстугы ла нәҡ үҙенеке ише икәнен шәйләй һәм "телһеҙ”ҙең көҙгөләге үҙенең һыны булыуын аңлап ала.
Хәҙер ауылда мәжлестәрҙә ошо мәрәкәне телгә алмаған кеше юҡтыр, моғайын. Шундайын-бындайын ҡыҙыҡ хәлдәрҙә: "Һыу эсергә яраймы?" – тип шаяртып алырға онотмайҙар.
Читайте нас