81 йәшлек Ринат Шакиров юғалған. Уны Стәрлетамаҡта йәшәгән яҡындары эҙләй.
Бабайҙың хәтере лә юҡ икән: һуңғы 30 йыл ғүмерен бөтөнләй иҫләмәй. Стәрлетамаҡтың Загородный районында юғалған. Бер кем дә күрмәгәндә ихата аша сыҡҡан да билдәһеҙ йүнәлештә юҡҡа сыҡҡан. Үҙе менән документтары ла, аҡсаһы ла юҡ.
"Бәлки, берәйһе маршруткала күргәндер, зинһар өсөн, ярҙам итегеҙ!" – тип мөрәжәғәт итә социаль селтәрҙәр аша туғандары.
Телефондары – 89871490522, 89870473745.