Үҙәк һайлау комиссияһының матбуғат хеҙмәтендә Элла Памфилованың йортона төшөү дәлилен раҫланылар. Төп варианттарҙың береһе – урларға маташыу, тиелә.
Төн уртаһында битлек кейгән ир йорттоң террасаһына үтеп инә. Ул бер нисә тапҡыр хужабикәгә электрошокер менән һуға һәм ҡаса һала. Ваҡиға буйынса енәйәт эше асылған. Эске эштәр министрлығы тикшеренеүҙе контролгә алған.
Бөгөн Элла Памфилова һайлау процесын һанлыға әүерелдереү буйынса үткәрелгән конференцияла ҡатнашты. Ул барыһына ла борсолмаҫҡа ҡушты, бөтәһе лә һәйбәт, тип белдерҙе.