Быны халыҡ араһында таралған ябай алым менән белеп була.
Әгәр йыйған бәшмәгегеҙҙә шикләнһәгеҙ, ҡайнатҡан саҡта бер баш әрселгән һуған өҫтәгеҙ. Һуған шәмәхә-күк төҫкә инһә, тимәк, бәшмәктәрегеҙ араһында ағыулыһы бар. Был осраҡта табышығыҙҙы ташлауҙан башҡа сара юҡ.
Бәшмәк яратыусыларға тағы бер нисә кәңәш
• Бәшмәкте ямғырҙан һуң йыймағыҙ – тиҙ боҙола.
• Бәшмәкте киптереп һаҡларға теләһәгеҙ, уны епкә теҙеп, ел үтә өрмәгән урынға ҡуйығыҙ. Киптерергә әҙерләгән бәшмәкте йыуырға ярамай.
• Киптерелгән бәшмәктән аш-һыу әҙерләр алдынан уны йомшартыу өсөн бер аҙ һөттә тотоп алығыҙ.
• Шампиньон ҡараймаһын өсөн, уны таҙартҡас та тоҙло һыуға һалып тороғоҙ.
• Эшләпәһен аҫҡа ҡаратып һалһаң, бәшмәк тигеҙ тоҙлана һәм маринадлана, шулай уҡ оҙағыраҡ һаҡлана.
• Тоҙланған бәшмәк боҙолмаһын тиһәгеҙ, өҫтөнә аҙ ғына үҫемлек майы ҡойоғоҙ.