Йәмғиәт
9 Сентября 2019, 18:47

Бәлә аяҡ аҫтында ғына түгел шул...

Баш осоңа ла ҡара. Айырыуса эргәңдә сабыйҙар булғанда...

Фото: kp.ruФото: kp.ru
Фото: kp.ru
Балалар баҡсаһында ағас ботағының һыныуы көтөлмәгән фажиғәгә килтергән. Тәфтиш комитетының Краснодар крайы буйынса идаралығы 48-се балалар баҡсаһында үлем осрағы буйынса енәйәт эшен ҡуҙғатҡан.
Бөгөн тышта саф һауала йөрөгәндә тәрбиәсе менән ике сабый өҫтөнә ағастың ҙур ботағы айырылып килеп төшкән. Һөҙөмтәлә ике йәшлек бала һәләк булған, тағы береһе менән тәрбиәсе дауаханаға оҙатылған.
Суд медицина экспертизаһы тәғәйенләнгән, тикшереү эше дауам итә.
Бәлә аяҡ аҫтында ғына түгел шул, үкенескә ҡаршы, һис көтөлмәгән ерҙә һағалауы ихтимал.
Читайте нас