Йәмғиәт
9 Сентября 2019, 13:54

“Һеҙҙән көнләшергә генә ҡала”

"Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү операторы булараҡ, беҙгә лә ҡыйынға төшәсәк, әммә ауырлыҡтарға әҙербеҙ, сөнки Рәсәйҙең байтаҡ төбәгендә эшләгән көслө федераль компаниябыҙға Башҡортостанда йөҙөн юғалтмау ҙур әһәмиәткә эйә".

Фото: “Башинформ” мәғлүмәт агентлығынан.Фото: “Башинформ” мәғлүмәт агентлығынан.
Фото: “Башинформ” мәғлүмәт агентлығынан.
Радий Хәбиров үҙенең һайлаусыларына сүп-сарҙы ситкә сығарыу эшен тәртипкә килтерергә вәғәҙә иткәйне. Шуға күрә Башҡортостандағы идарасы компанияларға ҙур тырышлыҡ һалырға тура киләсәк, тигән фекерҙә коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү компанияһының генераль директоры Евгений Юдинцев.
– Радий Хәбиров республика Башлығы булараҡ төбәктә тәртип булдырасағына инанабыҙ. Республика халҡынан көнләшергә генә ҡала, сөнки Радий Фәрит улының килеүе бөтә ведомстволарҙың Башҡортостан файҙаһына һөҙөмтәле эшләйәсәген аңлата. Бер йылға яҡын ваҡыт эсендә ул күп кенә өлкәләрҙә хәлде яйға һалды. “Сүп-сар реформаһы” өлкәһендә башҡараһы эштәр күп әле, был – федераль программа һәм ул яңы башланып ҡына тора. Шул уҡ ваҡытта Радий Хәбиров халыҡ менән булдырған бәйләнеш етешһеҙлектәрҙе йылдам төҙәтергә ярҙам итәсәк. Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү операторы булараҡ, беҙгә лә ҡыйынға төшәсәк, әммә ауырлыҡтарға әҙербеҙ, сөнки Рәсәйҙең байтаҡ төбәгендә эшләгән көслө федераль компаниябыҙға Башҡортостанда йөҙөн юғалтмау ҙур әһәмиәткә эйә, – тине Евгений Юдинцев.
Читайте нас