Донъяла ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та хәл-ваҡиғалар булып ҡына тора. Мәҫәлән, Польшаның Краков университеты дауаханаһында табиптар әсәһе үлгәндән һуң 56 көн үткәс яҡты донъяға тыуған баланы ҡотҡарып алып ҡалғандар. Медиктар был - медицина тарихында беренсе осраҡ, тип билдәләй.
Балаға уҙып, биш ай үткәс, табиптар әсәнең һаулығына ҡурҡыныс янауын билдәләп, уны дауаханаға һалалар. Әммә ҡотҡарып ҡала алмайҙар. Аҙаҡ асыҡланыуынса, уның баш мейеһе үлгән була. Табиптар ҙа һыр бирмәй. Кәрәкле ғүмер функцияларын һаҡларға тырыша, бала тулы ҡанлы үсешһен өсөн уңайлы шарттар ҙа булдыра. Ә өләсәһе менән олатаһы дауаханаға көн һайын килеп, бишек йырҙары йырлаған, китаптар уҡыған.
Баланы операция ярҙамында алалар. Ҡыҙ бала 1250 грамм ауырлыҡта тыуа, күпмелер ваҡыт дауаханала үҫтерәләр. Аҙаҡ уны әсәһе яҡлап ата-әсәһе алып ҡайта. Хәҙер ҡыҙ атаһы тәрбиәһендә.