Йәмғиәт
9 Сентябрь 2019, 14:03

Өс йәшлек малай барыһын да таң ҡалдырған

Баланың һәләттәренә хатта сит ил кешеләре лә аптыраған.

Фото: vkФото: vk
Фото: vk
Максим Мухин – Өфө ҡалаһынан. Ул Мәскәүҙә, федераль каналдарҙың береһендә барған “Һоҡланғыс кешеләр” тапшырыуында ҡатнашҡан. Өс йәшлек кенә малай башҡорт, рус, испан, француз, инглиз, ҡытай телдәрендә иркен аралаша икән. Баланың һәләтен сит ил туристары ярҙамында тикшергәндәр. Ул барыһына ла үҙе яратҡан динозаврҙар хаҡында һөйләгән.

Малайҙың әсәһе Рәйсә Яруллина әйтеүенсә, өйҙә улар башҡорт, рус һәм инглиз телдәрендә аралаша. Ҡатын үҙе – белеме буйынса лингвист. Шуға балаһына ла төрлө телдәр серҙәрен өйрәтә.

Тапшырыуҙың жюри ағзалары Максимды шоуҙың киләһе этабына үткәргән. Бәлки, ул ошо тапшырыуҙың еңеүсеһе лә булыр әле. Быны иһә ваҡыт күрһәтер.
Читайте нас