Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Сентябрь 2019, 21:44

"Юл хужаһы" килә!..

Ҡиммәтле автомобилдәрҙән шулай тип ҡурҡып торорғамы хәҙер?

Фото: ЮХХДИ матбуғат хеҙмәте.
Фото: ЮХХДИ матбуғат хеҙмәте.
Кисә Өфөләге СССР-ҙың 50 йыллығы урамында ҙур авария теркәлде: Спорт һарайы янында ҡиммәтле “БМВ” автомобиле водителе тиҙлеген арттырып, йәйәүлене төкөтә. Бының менән генә сикләнмәй, ошо ваҡытта светофор янында туҡтап торған өс машинаны ҡыйрата.


Шаһиттар белдереүенсә, тапалған ир табиптар килгәнсе иҫән, тик бик ауыр хәлдә була. Бынан тыш, машиналарҙағы ике бала – һигеҙ йәшлек малай һәм биш йәшлек ҡыҙыҡай ҙа йәрәхәттәр ала. Шаһиттар әйтеүенсә, “БМВ” водителе иҫерек булған. Уның быға тиклем дә айыҡ түгел килеш рулгә ултырған осрағы теркәлгән. Хәҙер уға енәйәт эше янай.


Әле аварияға асыҡлыҡ индерелә, тикшереү бара. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡиммәтле автомобилгә ултырған кешеләр йыш ҡына үҙҙәрен “юл хужаһы” тип хис итә. Башҡаларҙың да, үҙҙәренең дә хәүефһеҙлеге тураһында уйламайынса юғары тиҙлектә йөрөйҙәр, эскән килеш руль артына ултырырға ла ике уйлап тормайҙар...
Читайте нас