Ир-ат һөнәрен һайлаған нәзәкәтле гүзәл зат.
Тормош юлдары беҙгә ҡайһы саҡта һис көтөлмәгән онотолмаҫ осрашыуҙар бүләк итә. Йышыраҡ батыр йөрәкле, көслө ҡуллы ир-егеттәр генә һайларға йөрьәт иткән хирургия өлкәһенә сирек быуатҡа яҡын ғүмерен арнаған Рәйсә Сөләймәнова менән танышыу тап шундай осраҡтарҙан булып сыҡты.
Һомғол буй-һынына, нәфис йөҙ һыҙаттарына ҡарап, дөрөҫ телмәрен, ныҡлы тауышын тыңлап, уны тәү күргәндә сәнғәт, әҙәбиәт әһеле йә мәғариф хеҙмәткәре тип ҡабул итергә була. Тик был гүзәл зат үҙ һөнәренең нескәлектәре, үҙенсәлеге хаҡында һөйләй башлау менән, уның ихтыяр көсөнә, рух ғәйрәтенә, үҙ һәләтенә ышанысына хайран ҡалаһың.
– Йәш кенә сағығыҙҙан уҡ ғәйәт яуаплы, еңел булмаған хирург һөнәрен һайларға нисек тәүәккәлләнегеҙ? – тип һорайым Рәйсә Төхфәт ҡыҙынан.
– Маҡсатҡа ынтылыш, үҙ көсөңә ышаныс, рух ныҡлығы миңә нәҫелдән күскәндер тип уйлайым. Бөйөк Ватан һуғышының тәүге айҙарында уҡ ирен яуға оҙатып, күп тә үтмәй, өс сабыйын ҡосаҡлап тол ҡалған өләсәйем ҡайғынан бөгөлөп төшмәгән – колхоз эшендә лә өлгөргән, балалары ас-яланғас булмаһын, етемлекте тоймаһын өсөн, уларҙы хәстәрлек менән солғарға ла форсат тапҡан, – тип башланы һүҙен әңгәмәсем. – Ул саҡта дүрт йәшлек кенә булған әсәйем дә бәләкәйҙән ҡул араһына инеп, йорт эштәренә өйрәнгән, сабырлыҡ, ныҡышмалылыҡ өлгөһө алған. Атайым менән бергәләп беҙҙә, алты балаһында, ошондай уҡ сифаттар тәрбиәләнеләр.
Миәкә районының Сафар ауылында йәшәгән Нәзиә һәм Төхфәт Сөләймәновтарҙың татыу ғаиләһендә биш ҡыҙ, бер ул үҫә. Уларға белем биреү, оло тормош юлына сығарыу өсөн көсөн дә, ваҡытын да йәлләмәйҙәр – колхозда эшләргә лә, ихаталарында мал-тыуар тоторға, баҡса үҫтерергә лә өлгөрәләр. Нәзиә апай буш ваҡытында балаҫын да һуға, бәйләм дә бәйләй. Күмәк ғаиләлә тәрбиәләнгән балаларға хас булғанса, ҡыҙҙары ла бәләкәйҙән ҡул араһына инеп, йорт, хужалыҡ эштәренә өйрәнә, ата-әсәләренең алмаштырғыһыҙ ярҙамсыларына әүерелә.
Ғаиләләге дүртенсе бала Рәйсә лә, өлкән апайҙарынан өлгө алып, тырыш, отҡор булып үҫә. Баҡсала сәскә, йәшелсә үҫтерергә ярата. Уҡырға барғас, тиңдәштәре араһында зирәклеге, белемгә ынтылышы менән айырылып тора. Бигерәк тә математика, биология, химия фәндәрен үҙ итә. Ауыл китапханаһындағы башҡортса китаптарҙы уҡып бөткәс, рус телендәгеләренә күсә, белемгә һыуһынын шулай ҡандыра. Уҡытыусылары ҡыҙҙың һәләтен үҫтереү маҡсатында уны төрлө фәндәр буйынса район олимпиадаларына йөрөтә.
– Белем үрҙәренә әйҙәгән уҡытыусыларымды бөгөн дә оло рәхмәт, тәрән ихтирам менән иҫкә алам, – ти Рәйсә Төхфәт ҡыҙы. – Башланғыс белем биргән Ризуан Ғарифулла улы, класс етәксебеҙ Зәкиә Тимерхан ҡыҙы, биология, анатомия, химия фәндәрен ентекле өйрәткән Айһылыу Фәтхи ҡыҙы алдында айырыуса бурыслымын тип иҫәпләйем үҙемде.
Йәйге ял лагерында кинәт кенә ауырып киткән иптәш ҡыҙын дауаханаға оҙатҡанды күреп тетрәнгән ҡыҙҙа киләсәктә табип булыу, сирле кешеләргә ярҙам күрһәтеү теләге уяна. Тыуған ауылындағы һигеҙ йыллыҡ мәктәпте ете йылда яҡшы билдәләргә тамамлағас, Рәйсә Өфөнөң 1-се медицина училищеһына уҡырға инә.
Ҡулына фельдшер дипломы алып, 18 йәшлек ҡыҙ тыуған яғына ҡайта һәм Миәкә районының үҙәк дауаханаһында эш башлай. “Ашығыс ярҙам” фельдшеры сифатында үҙаллы эшләгәндә белеменең аҙыраҡ булыуын аңлай һәм артабан уҡырға ҡарар итә. Һәм тиҙҙән Рәйсә Төхфәт ҡыҙы Башҡортостан дәүләт медицина университетының дауалау факультеты студенты булып китә. Уҡыу йылдарында анатомия, хирургия, суд медицинаһы фәндәрен айырыуса оҡшатып, уларҙы ныҡлап өйрәнә.
Буласаҡ һөнәрен һайлау мәле еткәндә хирургтарҙың, ауыр сирҙән яфаланыусыларға ашығыс операция яһап, уларҙы аяҡҡа баҫтырыуын күреп һоҡлана, үҙендә лә ошо йүнәлештә эшләрлек һәләт барлығына ышана. Йәйге практика ваҡытында республика клиника дауаханаһының хирургия бүлексәһендә көсөн һынап ҡарай. Ә инде 1997 йылда диплом алғас, ошонда уҡ бер йыл хирургия буйынса практика, артабан Өфөнөң 8-се клиник дауаханаһында интернатура үтә. Әлегә тиклем ошо дауахананың 1-се хирургия бүлексәһендә табип-хирург булып эшләй. Күп йыллыҡ фиҙакәр хеҙмәте өсөн юғары квалификация категорияһына лайыҡ була, 2007 йылда медицина университетының хирургия кафедраһы мөдире профессор Әнүәр Хәсәнов етәкселегендә кандидатлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлап, медицина фәндәре кандидаты дәрәжәһенә эйә.
– Егерме йылдан ашыу иңгә-иң терәп эшләгән хеҙмәттәштәремде хөрмәт итәм, оҫта ҡуллы, тәжрибәле остаздарым – бүлек мөдире Салауат Бакиров, Мансаф Мурасов кеүек алдынғы хирургтар, ҙур татыу коллективыбыҙ менән ғорурланам, – ти әңгәмәсем. – Бүлексәлә эшләгән һәр кеше – табиптарҙан башлап санитаркаларға тиклем – дөйөм уңышҡа үҙ өлөшөн индерергә тырыша, сөнки берҙәм эшләгәндә генә яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшергә мөмкин. Ә беҙҙең төп маҡсат – пациенттарыбыҙҙы һау-сәләмәт, эшкә һәләтле, күтәренке кәйефтә күреү.
Яңыраҡ ҡына алтын юбилейын билдәләгән Рәйсә Төхфәт ҡыҙы, төп эшенән тыш, Башҡортостан дәүләт медицина университетында хирургия кафедраһы ассистенты бурысын да үтәй. Студенттарға белем бирә, йәш быуынды яратҡан һөнәренең нескәлектәренә өйрәтә, бай тәжрибәһе менән уртаҡлаша. Медицина өлкәһендәге яңылыҡтар менән даими танышып бара, алдынғы, заманса дауалау алымдарын ғәмәлгә ашырыуға үҙ өлөшөн индерә.
Уҡыу, көсөргәнешле хеҙмәт менән бер рәттән Рәйсә ғаилә ҡороп, бер ул үҫтереп тә өлгөрә. Бөгөн Денис, Өфө дәүләт нефть техник университетын тамамлап, үҙаллы тормош юлына баҫҡан. Буш ваҡыттарында уңған хужабикә өйөндә матурлыҡ булдырырға, аш-һыу әҙерләргә ярата. Ҡул эштәренә лә оҫта – бәйләү, тегеү менән мауыға. Сәләмәт тормош, әүҙем ял яҡлы, бассейнға йөрөй, ҡышын саңғыға баҫа.
Рәйсә Төхфәт ҡыҙы менән әңгәмәләшкәндә уның ата-әсәһе, туғандары менән ғорурланыуын да асыҡ тойомлап була:
– Апайҙарым барыһы ла юғары белемле. Рәмзиә – башланғыс кластар уҡытыусыһы, Нәҡиә – иҡтисад белгесе, Фәниә – белеме буйынса уҡытыусы, әле социаль хеҙмәт өлкәһендә эшләй. Марс туғаным – Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәре, иң кесебеҙ Әлиә – ашнаҡсы. Күмәкләп йыйылышып, әсәйем янына ҡайтып торабыҙ. Ул ауылдың хөрмәтле кешеләренән һанала. Инде һикһән йәштән уҙһа ла, ҡул ҡаушырып ҡына ултырмай – бәйләм бәйләй, башҡортса гәзит-журналдарҙы уҡып бара. Ҡасандыр беҙҙе дәртләндереп, күңелебеҙҙе үҫтереп, белем тауҙарына үрләргә көс биреп торһа, бөгөн туғыҙ ейәне, биш бүләһе өсөн абруйлы кәңәшсе. Әсәйемдең ошолай матур зиһенле булып ҡартайыуына, туғандарымдың татыулығына, берҙәмлегенә шатланып бөтә алмайым.
Рәйсәнең һүҙҙәрендә ата-әсәһенә тәрән рәхмәте лә, туғандары өсөн ихлас шатланыуы ла сағыла. Был тойғоларҙы аңларға була – ябай ауыл эшсәндәре Төхфәт ағай менән Нәзиә апай балаларында күркәм холоҡ, эшһөйәрлек һәм, иң мөһиме, алдыңа юғары маҡсаттар ҡуйыу, уларға өлгәшеү юлында ныҡышмалылыҡ күрһәтеү һәләте тәрбиәләй алған. Быуындан-быуынға күсә килгән баһалап бөткөһөҙ ошо “мираҫ”, ҡыҙҙары һәм улы өсөн яҡты маяҡ булып, уларҙы оло тормош юлына алып сыҡҡан һәм бөгөн дә алға, яңы үрҙәргә әйҙәй.