Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Сентябрь 2019, 01:03

Ашығыс ярҙам саҡыртып, штраф түләүең бар

"Аяғы ауыртһа ла, тымау тейһә лә..."

Фото: twitter.com
Фото: twitter.com
Дәүләт Думаһы комитеты ҡарамағындағы эксперт советында ашығыс ярҙамды алдап саҡырған өсөн яуаплылыҡ индереү тураһында һүҙ алып барыла.
Тәртип боҙоусылар страховкалау компанияларына сығымдарҙы ҡаплау өсөн компенсация түләргә тейеш, сөнки ашығыс ярҙам тик кисектергеһеҙ осраҡтарҙа ғына саҡырыла, ти улар. Һүҙ бында ашығыс медицина ярҙамын түләүле итеү тураһында бармай, ә алдаҡ саҡырыуҙар өсөн яуаплылыҡ хаҡында.
Әйтеүҙәренсә, илдә ашығыс ярҙам саҡыртыуҙарҙың илле процентын кисектергеһеҙ тип иҫәпләп булмай. Ҡайһы берәүҙәр уларға аяғы ауыртһа ла, тымау тейһә лә мөрәжәғәт итә, тип ҡәнәғәтһеҙлек белдерә эксперттар.
Тик шуныһы, “алдаҡ” менән “ысын” саҡырыу араһындағы сикте кем билдәләр? Медицина ярҙамы күрһәтеүҙәге норма полициялағы йәки янғын һүндереүҙәге алдаҡ саҡырыуҙар менән яраша алмай.
Читайте нас