Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Сентябрь 2019, 23:37

Ҡайнар аш сабыйҙың ғүмерен өҙҙө

Яңы атларға өйрәнгән бер йәшлек сабый өй буйлап йүгереп йөрөй. Ә аш-һыу бүлмәһендә әле генә бешеп сыҡҡан ҡайнар аш һыуынып ултыра...

Фото: "Бәйләнештә".
Фото: "Бәйләнештә".
Был ҡот осҡос был фажиғә үткән йома Мәскәү ҡалаһында була.


Бер көн алда ғына ял итеп ҡайтҡан ғаилә көндәлек мәшәҡәттәр менән мәж килә. Әсә кеше йорт эштәре менән була, атаһы аш-һыу бүлмәһендә ултыра, ә яңы атларға өйрәнгән бер йәшлек сабый өй буйлап йүгереп йөрөй. Аш-һыу бүлмәһендәге тәҙрә төбөндә әле генә бешеп сыҡҡан ҡайнар аш һыуынып ултыра...
Ниндәйҙер бер мәлдә, атаһы артына әйләнгәндә, малай кәстрүлгә йәбешә һәм ҡайнар ашты өҫтөнә түңкәрә. Ата-әсә шунда уҡ табиптарҙы саҡырта, улар килеп еткәнсе бәпесте һалҡын һыуҙа тоторға тырышалар. Баланы дауаханаға алып китәләр, тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул бер нисә сәғәттән йән бирә. Сабыйҙың тәненең 60 проценты бешкән була.
Әйтеп бөткөһөҙ ҙур ҡайғы ғаилә өсөн. Балаларға иғтибарлыраҡ булайыҡ.
Читайте нас