Күптән түгел Стәрлетамаҡтан 45 йәшлек ҡатынға бер ир шылтыратып, үҙен “банктың именлек хеҙмәте хеҙмәткәре” тип таныштыра.
Ул ҡатындан банк картаһының паролен һәм пин-кодын һорай. Күп тәүге үтмәй, гүзәл зат вәкиле иҫәбенән 20 мең аҡса юҡҡа сыға...
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ошондай ваҡиғалар ҡабатланыуҙан туҡтамай. Сит кешеләргә шәхси мәғлүмәттәрегеҙҙе, шул иҫәптән банк картаһы тураһындағыларын да әйтмәгеҙ, тип тағы бер ҡат иҫкәртәбеҙ.