Сараның төп маҡсаты – кешеләр аңына айыҡлыҡтың тормош нормаһы булыуын һеңдереү, халыҡты йәмғиәт тормошонда ҡатнашып йәшәһен өсөн берләштереү, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау.
Ҡайһы бер райондарҙан конкурста ҡатнашырлыҡ ауылдар табылмаған. Ә бына Белореттан алты ауыл халҡы үҙ көсөн һынап ҡарау теләген белдергән! Ҡаһарман, Ботай, Новобельский, Мәхмүт, Ҡоҙғон-Әхмәр, Туҡан кешеләре әле, конкурс талаптарына ярашлы, документтар тултыра, төрлө сараларҙы үткәреү өсөн план әҙерләй.