Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Сентябрь 2019, 14:15

Дима Билан наркоманмы?

Данлыҡлы йырсы Дима Билан ошо көндәрҙә Һамарҙа Ҡала көнөндә сығыш яһаған, әммә ваҡиға, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күңелһеҙ тамамланған.

Данлыҡлы йырсы Дима Билан ошо көндәрҙә Һамарҙа Ҡала көнөндә сығыш яһаған, әммә ваҡиға, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күңелһеҙ тамамланған.


Эш шунда: сығыштан һуң ҡала халҡы социаль селтәрҙәргә Биландың сығышынан видеояҙмалар һалған, популяр йырсыны тамашасыларын хөрмәт итмәүҙә ғәйепләгән.


Ысынлап та, Дима Биландың Һамарҙағы сығышы күп һорауҙар тыуҙыра. Ул йә туҡтап ҡала, йә кинәт алға ынтылып, иҫ киткес хәрәкәтттәр яһай, сәхнә буйлап саба башлай, ул арала микрофонға йырларға “онота”. Шуныһы бар: Билан фонограмма ҡулланмаған, урыны менән импровизация яһаған, ләкин сығышы барыбер ҡот осҡос килеп сыҡҡан.


“Дима иҫерекме әллә наркотик йә психотроп матдәләр ҡулланғанмы?” – Ошо һорау күптәрҙе борсой. Ул ғына түгел, әүҙем бер төркөм ҡала мэрияһына петиция менән мөрәжәғәт иткән, тәртипһеҙ артист өсөн ғәфү үтенеүҙе һораған.


Психиатр-нарколог Алексей Казанцев фекеренсә, йырсының ноталарға тура килтереп йырламауы, сәхнәлә үҙен сәйер тотоуы шик тыуҙыра, бәлки, аҙ миҡдарҙа психотроп матдәләр файҙаланғандыр, ти.


Шау-шыу ҡупҡас, Дима Билан тамашасылары алдында ғәфү үтенергә ҡарар иткән, социаль селтәргә видео яҙҙырып һалған. “Сығыш алдынан дуҫтар менән грим бүлмәһендә коньякты күберәк эсеп ташлағанмын. Сәләмәт тормош алып барам, шуға организм алкоголгә күнекмәгән, тиҙ иҫерәм. Ғәфү ит мине, Һамар!” – тигән ул. Әммә кешеләр был һүҙҙәргә ышанып бөтмәй, “туҡран тәүбәһе” тип бара.


Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Дима Билан ике тапҡыр Евровидениела ҡатнашыуы, икенсе һәм беренсе урындар яулауы менән дә билдәле.


Фото: kpcdn.net
Читайте нас