Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Сентябрь 2019, 16:10

Метро төҙөүҙә нисә Башҡортостан кешеһе ҡатнашҡан?

Метро төҙөү эше шул тиклем ауыр булған, сөнки ҡулдарындағы кәйлә, көрәк менән көс түккәндәр, етмәһә, ер аҫты һыуҙары ағымына эләгеп һәләк булыусылар ҙа осраған.

Автор фотоһы.
Автор фотоһы.
“Сокольники”, “Красносельская”, “Комсомольская”, “Красные ворота” Мәскәү метроһы станциялары кемдәр ҡулы менән төҙөлгән?
Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Башҡортостандың Тулы хоҡуҡлы вәкиллегенең Инстаграмдағы яңылыҡтар теҙмәһендә үҙенсәлекле видеоматериал ҡуйылды. Эйе, беҙ быға тиклем Башҡортостандың Ҡалтасы, Краснокама йәштәре Мәскәү метрополитенын һалыуҙа ҡатнашҡаны хаҡында ишеткән бар ине. Хатта “Сокольники”, “Красносельская”, “Комсомольская”, “Красные ворота” метро туҡталыштарын тап Башҡортостан комсомолдары төҙөүе тураһында ишеткәйнек.
Баҡтиһәң, ошо араларҙа Мәскәү метрополитены музейы хеҙмәткәрҙәре Николо-Березовка ауылына килеп, иҫтәлекле таҡтаташ тапшырасаҡ. Унда “Николо-Березовка ауылы кешеләренә метро төҙөүсе яҡташтарының хеҙмәт ҡаһарманлығы иҫтәлегенә Мәскәү метроһы хеҙмәткәрҙәренән” тип яҙылған.
Метро төҙөү эше шул тиклем ауыр булған, сөнки ҡулдарындағы кәйлә, көрәк менән көс түккәндәр, етмәһә, ер аҫты һыуҙары ағымына эләгеп һәләк булыусылар ҙа осраған. Әммә йәштәр бер нимәгә ҡарамайса халыҡ өсөн уңайлы метро һалыуға үҙ өлөшөн индергән.
Төҙөүселәрҙең һәр ун бишенсеһе Башҡортостандан булған. Уларға “Метро ударнигы” билдәһе тапшырылған. Әйткәндәй, метро төҙөү кеүек ауыр эштә Башҡортостандан йәмғеһе 75 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан.
Читайте нас: