“Башҡортса һөйләшкән хеҙмәткәр эҙләйем”
Сауҙа өлкәһендәге эшҡыуарҙар менән редакцияла эшләгән саҡта яҡындан аралашҡан саҡтар булды-булыуын. Гәзит-журналдарға яҙылыу барышында димләп, күндереп тигәндәй, гәзитебеҙгә өс-дүрт кешене яҙҙыра алһаҡ, үҙе бер оло табыш булыр ине.
Былтыр йәй төп эшемдән ял итеп алмаҡсы булдым. Берәй өҫтәмә эш табылмаҫмы тип интернет киңлектәрен гиҙгәндә, район үҙәктәрендәге баҙарҙарға сығып һатыу эше тураһындағы иғлан иғтибарымды йәлеп итте. Фамилияһы ғына беҙҙең халыҡтыҡы булмауы бер аҙ һағайтһа ла, ваҡытты һуҙмай ғына бирелгән телефон һандарын йыйғас, мөләйем ханымдың тауышы ишетелде:
– Хәҙер үк килә алаһығыҙ, тауарҙар менән танышырһығыҙ...
Белдереү биргән ҡатын башҡорт булып сыҡты, бәхеткә күрә. Сауҙа комплексында бер нисә нөктәһе бар икән. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә эштең яйы, күҙ алдындағы тауарҙарын күрһәтеп, шәп-шәп һөйләп алды ла хаҡтар яҙылған дәфтәр тотторҙо. Бер нисә көн бутикта эшкә төшөнөп алғас, район үҙәктәре баҙарына сығыу кәрәклеген хәбәр итте лә:
– Мин күптән инде башҡортса яҡшы һөйләшкән һатыусы эҙләй инем, – тип әйтеп ҡуйҙы.
Һәм юҡҡа эҙләмәгән дә... Район үҙәктәрендә башҡортса тап-таҙа, йәнле итеп ихлас һөйләшеүем ярҙамында сауҙа йәнле, хатта уңышлы башланып китте. Йылы һүҙгә кем иремәй?! Бигерәк тә ихлас, эскерһеҙ Бөрйән халҡы менән осрашыуҙарға ашҡынып килеп етәһең...
Әлбиттә, баҙарҙа һатыу, эшҡыуарҙар әйтеүенсә, һуңғы осорҙа һүлпәнәйгән. Эргәмдәге эшҡыуар Илнур, мәҫәлән, элекке йылдарҙа бер көндә генә 40 – 50 меңләп тауар һатһа, быйыл килеменең күпкә кәмеүенә борсолдо.
– Һуң һәйбәт бара бит һатыуың, эргәңдән кеше өҙөлмәй, килгәненә шөкөр тиген, ҡустым!
– Их, күпме кешеләремде ҡулдан ысҡындырам, өлгөрмәйем.
– Бәй, һатыусы ал, эш эҙләүселәр күп тә инде, мәҫәлән, йәй студент ҡыҙҙарҙы йәлеп итергә була...
– Улайһа, кәләшең үҙе эшләшһен, ҡайһылай сәйер ул!
– Юҡ, уны ыҙалатып таң менән йөрөтмәйем инде, етмәһә, бынау бысраҡта, һыуыҡта...
Ысынлап та, эштең бер ҙә еңел түгел икәнлеген үҙем дә татыным. Бигерәк тә ҡатын-ҡыҙ өсөн үҙе бер ыҙа. Әйберҙәр менән тыңҡыслап тултырылған ауыр тоҡтарҙы, йәшниктәрҙе төшөрәһең, эш аҙағында кире әйберҙәрҙе йыйып тултыраһың, машинаға тейәйһең... Сибайҙан икәнһең, таңғы 4-се яртыла Бөрйәнгә юлға сығаһың. Ә Илнур Магнит ҡалаһынан булғас, кискә килеп етеп, машинаһында таң аттыра икән. Инде бындай йәшәү рәүешенә күптәр өйрәнеп бөткән дә инде. Мәҫәлән, эшҡыуарҙар Гүзәл, Нәсимә исемле апайҙар ирҙәре менән эшләй. Улар иһә был эштә сынығып бөткән. Иң тәүгеләрҙән булып килеп етәләр, яҡшы урын да уларға эләгә. Баҙар тормошонда йышылып бөткән үҙҙәре, тормоштарын башҡа урында күҙ алдына ла килтерә алмайҙар.
Нәсимә апай башлыса йылы кофталар, спорт кейемдәре, салбарҙар ташый. Йылы, уңайлы кардигандарын бар Бөрйән кейә тиһәң дә була. Миңә Нәсимә апайҙың һатып алыусылар менән матур, итәғәтле мөғәмәләлә булыуы оҡшаны. Әйберҙәрен сығара башлау менән “йырлай-йырлай” һата башлай һәм баҙар бөткәнсе уның ҡыуышы янында кеше була, хайран ҡалырһың.
Гүзәл апайҙың да 25 йыл дауамында һәр районда – Йылайырҙа ла, Бөрйәндә лә, Хәйбуллала ла үҙ даими һатып алыусылары бар. Ул һәр ерлектә йәшәгән гүзәл заттарҙың зауығына, шартына килтереп, күлдәктәр килтерә. Үҙәккә махсус рәүештә уның киләсәген белеп, ауылдарҙан да килеп етәләр икән.
Әлбиттә, 90-сы йылдарҙа, хатта 2000 йылдарҙа сауҙала үҙ эшен асҡандар ҙур уңыштарға өлгәшкән. Кемеһелер ошоға тиклем әллә күпме машина алмаштырған, хәҙер инде үҙ йөк машиналары ла бар, ике ҡатлы йорт һалып ингәндәр йә һатып алғандар. Уларҙың инде сауҙалары уңышһыҙ булһа ла, күңелдәре төшмәй, инде ғәҙәт тә йөрөтә күрәһең.
Бына, мәҫәлән, Нәйлә исемле ҡатынды сереп байыған ханым тигәйнеләр. Сибай ҡалаһында бер нисә фатиры, ҙур йорто бар икән. Алыҫ юлдарҙа “Ларгус” менән йөрөһә, ҡала эсендә “Ниссан Экстрейл”ында ғына елдерә. Ә үҙе, бер уйлаһаң, шул тиклем әллә нәмә лә һатып тормай, бары арзан таҫтамалдар, халаттар... Көнө буйы эше уңмаһа ла, һис кенә лә зарланмай. Аңлауымса, ул хәҙер баҙарға элекке хеҙмәттәштәре менән аралашыу өсөн генә йөрөй...
“Ниңә ыҙалап тораһың бында?”
Шулай уҡ йәш кенә Гөлназдың да, бер нисә йыл ғына үҙ эшен асыуына ҡарамаҫтан, баҙарҙа эше һәйбәт бара. Уның да матур итеп башҡортса һөйләшеүе һатып алыусыларҙы үҙенә саҡырып торалыр, тип күҙәтәм. Минең менән тәүге тапҡыр районға сыҡҡан, ошоға тиклем бутикта ғына һатыу иткән эшҡыуар Иринаның инде ҡупшы, заманса стилдә күлдәктәре үтмәгәс, уңышһыҙ эш көнөнә шул тиклем күңеле төштө.
Эйе, урындағы халыҡтың һорауын, зауығын өйрәнеү, белеү бик кәрәк шул. Сауҙаңды көйләп алыу өсөн ваҡыт та талап ителә, үҙеңдең һатып алыусыларыңды булдырыу тиҙ генә эшләнмәй. Ана, аяҡ кейеме һатыусыһы Римманың да стажы ярайһы уҡ икәнлеге күренеп тора. Даими һатып алыусылары йыйылып китә. Эске кейемдәр хужабикәһе Әлфиә лә – инде сауҙала нисә йыл сынығып, эт ҡайышына әйләнеп бөткән эшҡыуар. Үтемле генә тауар ташый. Әйткәндәй, беҙ уның менән бер транспортта йөрөнөк, шуға яҡынайып, дуҫлашып алғайныҡ. Хужабикәм биреп ебәргән тауар сифаты юғала башлаған әйберҙәрҙе тәүге көндә теләр-теләмәҫ кенә сығарып торғанымды күргәс, Әлфиә мине пыр туҙҙыра башланы: “Белһәң, ауылдыҡылар шундай әйберҙәрҙе хатта ярата. Бына күрерһең!..”
Тәүге көнөмдө ул тиклем үк шәп үтте, тип әйтә алмайым. Йөрөй торғас, ошо тауар күренешен юғалтҡан әйберҙәрҙе һатып ҡына ярайһы аҡса эшләүем миңә хатта ҡыҙыҡ тойола башланы.Тәүге көндәрҙәге баҙнатһыҙлығым юҡҡа сыҡты, тора-бара хатта ҡомар уянды. Әлеге Ирина: “Был халыҡҡа минең сифатлы, ҡупшы күлдәктәрем кәрәкмәй булып сығамы ни, харап икән”. Сығырынан-сыҡҡан эшҡыуар асыуын йыш тәмәке тартып баҫты. Мин иһә сауҙала ғүмер буйы эшләгән кешеләй: “Бутикта эленеп торған былтырғы күлдәктәреңдең хаҡын төшөрөп, бында алып сыҡ һуң. Бына миңә лә былтырғы бар тауарға ла хаҡты төшөрөү фатихаһы бирелде хужамдан. Хатта үтәсе”, – тим.
Август айында, ысынлап та, баҙарҙың гөрләгән сағы. Ну үҙем дә шәпмен, мәлендә был эште эләктереп алдым. Әйберҙәрҙең миҙгеленә күрә булғанға, күңелһеҙләнеп, буш тормайым. Бер үк кешеләр әллә нисә тапҡыр яндан үтә. Хаҡтарҙы сағыштыралар, тотоп ҡарайҙар, кейергә лә инеп китәләр. Ҡабалан йөрөгәндәре хаҡына ла ҡарамай алып китә.
Шулай бер көн эргәмдән бер таныш ҡатын елеп үтеп китте. Был яҡтан әйләнеп килеп сыҡҡайны, танып, янға килде лә:
– Һинме ул, нимә ыҙалап тораһың бында?!
– Һуң һине йәлләп әйтәм, бындай эштә ҡасандан йөрөйһөң?
– Әлләсе, ниңә йәлләйһең, аптырайымсы был һүҙҙәреңә... Эштең ояты юҡ.
– Һуң редакцияла эшләйһең түгелме? Һатып торғасһың, аптырап киттем...
Ә мин танышымдың үҙен йәлләп ҡуйҙым: минән биш-алты йәшкә кесерәк булыуына ҡарамаҫтан, ныҡ ҡына өлкәнәйгән, ағарған сәстәре туҙған, бите сирышҡан, йүнле итеп кейенмәгән. Ҡайһы бер ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ үҙҙәренең гүзәл зат икәнен онотоп ебәрә шул. Донъя мәшәҡәттәре, ауыл тормошо ла шулай итәлер, һары таңдан ҡара кискә тиклем эш менән булаһың. Хәлен һорап та өлгөрмәнем, ҡабалан ғына үҙе тураһында һөйләй башланы:
– Бик яҡшы абруйлы ғына эшең булғас...
– Ярай, ҡабаланам, контактта яҙышырбыҙ, – тине лә ҡапыл шәп-шәп атлап китеп тә барҙы...
Шул-шул, беҙҙең халыҡ аптырарға күп һорамай. Берәй кеше ҡапыл икенсе урында эшләй башлаһа, ғәжәп ҡылалар. мәҫәлән. Ә эшләмәй йөрөһәң, бер кем дә аптырамай. Йыш ҡына шуға иғтибар иткәнем бар. Бутикта ла торған сағымда ҡайһы берәүҙәрҙең күҙҙәре аҡайып китер ине: “Һин хәҙер бындамы ни?!”
Уның ҡарауы “әхирәттәр” күбәйҙе. Хәлле генә булһалар ҙа, “Миңә шул ваҡытҡа тиклем шул әйбереңде бурысҡа ғына биреп тор әле”, – тип киләләр. Әлбиттә, уңға-һулға таратыу аҙаҡтан үҙемә проблемалар тыуҙырыр тип артыҡ киң күңеллегемде күрһәтергә тырышманым. Мин бит бында аҡса эшләргә сыҡҡанмын. Ниндәйҙер “Шәфҡәтлелек” акцияһы ойоштора алмайым бит.
Ҡатын-ҡыҙ һәр ерҙә лә нәфис, гүзәл зат инде ул. Француз яҙыусыһы Эмиль Золяның “Ҡатын-ҡыҙ бәхете” әҫәрен иҫләгән булһағыҙ, сауҙала ҡатын-ҡыҙҙар өсөн әйберҙәр ҙур килем килтерә. Шул уҡ ваҡытта һатып алыусы булған ҡатын кешенең ҡылығы, ниндәй генә осор булмаһын, ҡатмарлы. Уға ярауы бик ҡыйынлығын аңлайһың.
Шул ваҡыт үҙебеҙҙең бала, йәш саҡтарҙы йыш ҡына иҫкә алыр булам. 90-сы йылдарҙа баҙарҙар ярлы булды. Әсәйем менән, мәҫәлән, үҙебеҙгә кейем-һалымды Магнит ҡалаһына барып саҡ табып алып ҡайта инек. Ә университетҡа уҡырға ингәс, Өфө магазиндарын ҡыҙырып, үҙебеҙгә килешле кейем таба алмай аҙапланыуыбыҙ иҫкә төшә. Көн дә тиерлек бер үк кейемдә уҡыуға йөрөү ялҡытып китә ине.
Бер мәл ҙур-ҙур сумкалар күтәргән һатыусылар күренә башланы ятаҡта. Бер иштән кейенә башланыҡ бит. Бер төрлө кофталар, блузкалар, салбарҙар... хатта сумкалар. Их, шул саҡтарҙа ошондай һатыу эшен гөрләтеп алып барырға булыр ине. Әлеге йүнселлегем, уяулығым булһасы. Һис шикһеҙ, үҙ эшемде асҡан булыр инем...
Ҡатын-ҡыҙҙың холҡо тигәндәй, ҡайһы бер ҡыҙыҡлы мәлдәрҙе бәйән итке килә. Бәғзе бер әсәйҙәр кейәүгә бирерлек ҡыҙҙары менән килеп инер ине. Улары борсаҡ өҫтөндәге ултырған принцессалармы ни!? Быныһының төҫө оҡшамай, тегенеһенең тегелеше матур түгел, йәки моданан сыҡҡан, йә бигерәк селтәрле... Ярай үҙ аҡсаларына һайлаһалар, аңлашылыр ине. Хәлеңде бөтөрөп, бар күңелеңде биреп, әллә нисә кейемде күрһәтәһең, шунан һуң хатта рәхмәт тә әйтмәй сығып китеүҙәре бит әле.
Йәки йыш ҡына йәш ҡатындар, ярһып инеп: “Ирем бына-бына вахтанан ҡайтып инергә тора, ә уны ҡаршы алырға бер әҙәм рәтле эске кейемем ҡалмаған, үҙен аптыратырлыҡ берәй шундай-шундай кейем табығыҙ әле!” – тиһә, тиҙ генә бер-бер артлы күрһәтәһең, күп осраҡта талаптарына ярарлыҡ әйбер булмай сыға. Шулай бер ваҡыт бер топты кейемгә лә һанамай төпкәрәк алып һалып ҡуйғайным, юҡ ҡына әйберҙе бер ҡатын эләктереп алмаһынмы: “Бына мин эҙләгән нәмә, супер”.
Ҡатын-ҡыҙҙың төрлөһө менән осрашырға тура килде. Бәхетлеһе, бәхетһеҙе, тәкәббере, һайлансығы, эшлеклеһе йә артыҡ ҡыҙыҡһыныусаны менән... Һатыуҙа торған арала психолог та булып алаһың. Ниңәлер күптәр асылып китә. Шул ике арала үҙе тураһында һөйләй башлай. Күрәһең, ят кешегә үҙеңдең проблемаларыңды һөйләһәң, еңел булып ҡала.
Үҙен баһалап еткермәгәндәр тураһында мөмкинлек булғанда яҙайым әле. Беҙҙең ҡатын-ҡыҙҙарҙың менталитеты бүтәнсәрәк. Эйе, уларҙың күбеһе яҡшы хужабикә, изге күңелле, хәстәрлекле әсәй, ышаныслы ҡатын. Әммә шул ғаиләнең төп көсө булараҡ, үҙеңде лә яратырға, ихтирам итергә кәрәк. Миңә ошоноһо ла баралыр ул, тип арзан, сифатһыҙ кейемгә өҫтөнлөк биреүҙәрен өнәмәйем. Ә мәрйәләр, мәҫәлән “Для себя, для любимой” тип хаҡына ла ҡарап тормай иң ҡиммәтлеһен һатып ала.
Шулай ҙа һуңғы арала сауҙала эштәрҙең мөшкөлләнә барыуын күҙәттем. Эйе, эшҡыуарҙар өсөн дә ауыр замандар килде. Һатыусы тотаһы урынға үҙҙәре баҙарға сыға. Көн буйы бер килемһеҙ ултырыусылар бар. Ҡуртым өсөн саҡ аҡса тултырабыҙ тигәндәрен йыш ишетәһең. Бутиктарын ябып, ҡырға эшкә сығып олаҡҡандар ҙа юҡ түгел. Ҡуртым өсөн хаҡтар юғары булғанлыҡтан, район-ауылдарға ғына сығып һатыу итеүгә күсә икән бәғзеләре.
Сибай тегеү фабрикаһы ябылғас, сауҙа өлкәһендә үҙ эшен асып, байтаҡ йылдар килемле генә эшләп йөрөгән Венера апайҙың да кәйефе бик шәптән түгел: “Көнөмдө бушҡа ғына ауҙарам хәҙер, бутигыма ул тиклем кеше инмәй башланы, баштарын тығып, хаҡтарҙы ғына беләләр ҙә артабан китәләр, халҡыбыҙ бит хәҙер Кавказ халҡы асҡан арзан магазиндарҙы тапай. Бәләкәй генә ҡалала аҙым һайын магазиндарын, кафеларын асып бөттөләр. Тулдылар ҡалабыҙға, әйтәгүр”...
Үткән быуатта әле йәмғиәтебеҙгә ҡырағай баҙар үтеп ингәс, эшҡыуарлыҡты беҙҙең халыҡ шунда уҡ ҡабул итә алманы. Уяуыраҡтар, етәксе урындағылар, ҡыҫҡаһы, ҡулында аҡса булғандар тәүәккәлләп, үҙ эштәрен асты. Ғүмер буйы хужалыҡтарҙа, завод-фабрикаларҙа баш ҡалҡытмай эшләргә күнеккән эшсе халыҡ бер аҙ аптырап ҡалды. Милләтебеҙҙә ҙур уңыштарға өлгәшкән уңышлы эшҡыуарҙар аҙыраҡ. Уның ҡарауы, ҡалала сауҙа өсөн комплекстар, биналар төҙөп,
башҡаларға ҡуртымға биреүселәр байтаҡ. Урындағы йүнселдәрҙән урын өсөн ҙур аҡса һурып, рәхәтлектә йәшәүселәр, тим уларҙы. Ундайҙар инде сауҙа барамы – эштәре юҡ, үҙҙәрен генә ҡайғыртып көн итәләр.
Халҡыбыҙҙың бары биш проценты ғына бизнеста, тиҙәр. Сауҙа өлкәһендәгеләргә конкуренттар күбәйә. Ситтән килгән аҡсалы башҡа милләт вәкилдәре ҡыйыу рәүештә үҙ эштәрен аса. Интернет-магазин тигәндәренә лә халыҡ тиҙ өйрәнде. Һөҙөмтәлә эштәре һүлпәнәйеп, сауҙа комплекстарында магазиндар бушай. Кемдер яба, ә кемгәлер юл асыла...
Эшҡыуарлыҡҡа килер өсөн әллә күпме ҡатмарлы юлдар уҙырға, ә иң үҙәккә үткәне – ҡағыҙҙар менән бер нисә инстанциялағы ығы-зығыны йырып, эшеңде башламаҫ борон әллә күпме сығымдарға юлығырға тура килә. Күренекле яҙыусы Флүр Ғәлимов та үҙенең “Яңы башҡорт” романында эшҡыуарлыҡ юлына баҫҡанын, нисек эш башлағанын, әллә күпме ҡаршылыҡтарҙы йырып сыҡҡанын бәйән итә.
Башкөллө баҙар тормошона сумған кешеләр тулҡынында йөрөп, үҙе бер параллель донъя барлығын күрҙем. Милләттәш эшҡыуарҙарҙың уңышлы эшләүе, мандыуҙары һөйөндөрә, әлбиттә. Әйҙә халҡыбыҙ матур тормошта йәшәһен, үҙ еренә хужа булһын. Әммә бәғзеләренең үҙен генә ҡайғыртып йәшәүе, йәмғиәттә барған көнүҙәк тормошҡа, тыуған еренә, мәҙәни-сәнғәт тормошона, туған телгә әһәмиәт бирмәүе кәйефте ҡырҙы.
Эшҡыуар аҡсаһының һәр тинен һанай, ул тиклем йәмәғәт эштәрендә ҡатнашып, мәрхәмәтлек күрһәтергә лә ашҡынып бармай. Шулай ҙа араларында үҙе йәшәгән ҡалаһын уйлаған, изге күңелле йүнсел ғаиләһе барлығы асыҡланды. Ильясовтарҙың көндәлек килеменең бер өлөшөн мәрхәмәтлек өсөн айырым бер конвертҡа һалып барыуын белдем. Һәм ошо эшҡыуар егеттең йыл да Сибай музыка колледжы уҡыусыларына “Йәншишмә” республика балалар гәзитенә яҙҙырыуын да телгә алайым. Афарин!
Шулай ғүмеремдең бер аҙ өлөшөн сауҙа өлкәһенә арнап алдым. Ошо тулҡында булып, режим менән йәшәүҙән, үҙемдең бығаса алып барған әҙәмсә тормошомдан ситләшә башлағанмын хатта. Ғаиләңде онотаһың, балалар үҙ яйҙарына донъя көтә. Таңғы 3-тәрҙә йоҡонан тороп, юлға сығыу, ваҡытында ашамау, һатып торғанда һыуыҡ ризыҡты тиҙ генә ҡапҡылап алыу, таңда өшөп, көндөҙөн иһә эҫе ҡояш аҫтында янып-бешеүҙәр, бер нисә сәғәт буйы саң йотоп йөк машинаһында йөрөү үҙенекен итә барҙы. Бер айҙан һиҙелерлек үҙгәргән йөҙөмә иғтибар иттем. Хәҙер инде асыҡ баҙарҙа торған ҡатындарҙың тәрбиә күрмәй ҡартайған, йыйырсыҡлы биттәренә аптырамайым да...
Иң мөһиме – бер нимәгә төшөндөм: эшҡыуарға ялланып, аҡса эшләү мөмкинлеге бик аҙ. Барыбер ғәҙел түләнмәй тип әйтер инем. Көнөнә 200 һум һәм, шуға өҫтәп, килемдән биш процент. Байрамдарҙа йәки йәй айҙарында ғына уңырға була. Эшҡыуар хеҙмәткәрен теркәргә лә ашыҡмай, йәнәһе лә, һалым яғынан файҙа килтермәй. Был эш башлыса студенттарға, пенсия йәшендәгеләргә генә ярап ҡала.