Туймазы районының Яңы Арыҫланбәк ауылында йәшәгән 62 йәшлек Фәниә һәм уның 65 йәшлек иренә көтмәгәндә бәлә килә: һәүетемсә йәшәп ятҡанда, йорттары янып китә.
Ут 3 сентябрҙә сыға, янғын һүндереүселәр тиҙ килеп ярҙам итә лә бит, тик йорт йәшәргә яраҡһыҙ.
“Фәниә Зиннур ҡыҙы урындағы балалар баҡсаһында ҡырҡ йыл тәрбиәсе булып эшләне, – ти ауылдаштары. – Өйҙәре күҙ алдында янды ла ҡуйҙы. Бына инде өс көн пенсионерҙар мунсала йәшәргә мәжбүр”.
Һыуҙан ҡала, уттан ҡалмай шул. Әле янғын сәбәптәре асыҡлана.