Йәмғиәт
10 Сентября 2019, 12:56

Олатай ҡәберенән – биш килограмм бал

Башҡортостанда була был ғәжәп хәл. Ейәне олатаһы ҡәберенә һәйкәлен алмаштырам тип бара. Демонтаж ваҡытында асыҡланыуынса, уның эсенә... бал ҡорттары оялаған.

vk.comvk.com
vk.com
Башҡортостанда була был ғәжәп хәл. Ейәне олатаһы ҡәберенә һәйкәлен алмаштырам тип бара. Демонтаж ваҡытында асыҡланыуынса, уның эсенә... бал ҡорттары оялаған.
Йәш егет аптырап ҡала һәм умартасыларҙы саҡырырға мәжбүр була. Тик хатта профессионалдар ҙа был бурысты тиҙ генә атҡарып сыға алмай, бал ҡорттары геүләп ҡамасаулай. Шулай ҙа бик тырыша торғас, һәйкәлдән бал алыуға өлгәшәләр. Барлығы биш килограмм саф бал йыйып алына. Тапҡан бит урынын эшһөйәр бал ҡорттары!
Читайте нас