Миәкә районының тәбиғәте үҙенсәлекле булыуы менән бүтәндәрҙән ныҡ айырылып тора. Мәҫәлән, был яҡтарҙа тауҙар алыҫтан ҡарағанда кеше ҡулдары менән өйөлгән кеүек күренә, уның ҡайһы берҙәрендә шаулап ағастар үҫә, асыҡ урындар ҙа бар. Урман иһә дөйөм майҙандың 16 процент тирәһен тәшкил итә, ҡайын, имән һәм уҫаҡ күп үҫә. Болонлоҡтар һәм уйһыулыҡтарға ҡарап күҙ туймай, улар ҡалҡыулыҡтар менән бер бөтөнгә әйләнгән дә үҙенә күрә хозурлыҡ хасил итә.
Тымыҡ Дим йылғаһы – миәкәләрҙең ғорурлығы. Бынан тыш, районға исем биргән йүгерек Миәкә, һуҙылып аҡҡан Өршәк, Уяҙы, Мәнәүез дә тәбиғәткә йәм өҫтәй. Ошо күркәмлектең бындағы кешеләрҙең холоҡ-фиғеленә лә күсеүен тойомламау мөмкин түгел. Ул халыҡтың уңғанлығында, бөтмөрлөгөндә, тырышлығында тулыһынса сағылыш тапҡан. Төбәкте Советтар Союзы Геройҙары Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин, Мансур Абдуллин, Иван Максимча, Социалистик Хеҙмәт Геройҙары Шифа Рәзәпов, Карам Яппаров, Миҙхәт Хафизов, Рәсәй Геройы Сергей Тулин, әҙиптәр Мифтахетдин Аҡмулла, Ғәли Рафиҡи, Ғариф Ғүмәр, Төхвәт Йәнәби, Азат Мағазов, Хәкимйән Зарипов, Түләк Ғирфанов, Марс Әхмәтшин, Факил Мырҙаҡаев, Фәнис Янышев, Әхтәм Әминев, сәнғәт әһелдәре Нурия Ирсаева, Айҙар Ғәлимов, Илдар Ғүмәров, Рим Зыязетдинов һәм башҡа шуның ише билдәле шәхестәрҙән тыш күҙ алдына килтереүе ауыр.
Миәкә районы хакимиәте башлығы, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Ришат Аҡтуғанов әйтеүенсә, районда бар матурлыҡ ябай кеше ҡулдары тарафынан тыуҙырылған, был тәңгәлдә йәштәрҙең әүҙем булыуы, төрлө идеялар менән сығыш яһауы киләсәккә өмөт һәм ышаныс уята. Уҡығандың теле икәү тигән шикелле, ул йәш быуынды белемгә өндәй.
Әйткәндәй, район хакимиәте башлығы Ришат Аҡтуғанов һәр саҡ халыҡ араһында. Йыраҡ йөрөйһө түгел, ҡыҙған ураҡ ваҡытында ул игенселәр янында булыуҙы өҫтөн күрә.