Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Сентябрь 2019, 15:19

Үҙ балаһын ...үлтергән

Башҡа һыймаҫлыҡ ҡот осҡос ваҡиғалар булып ҡына тора шул. Уларҙың бәләкәй балаларға ҡағылғандары айырыуса йөрәкте әрнетә.

Фото: Lenta.ru
Фото: Lenta.ru
Башҡа һыймаҫлыҡ ҡот осҡос ваҡиғалар булып ҡына тора шул. Уларҙың бәләкәй балаларға ҡағылғандары айырыуса йөрәкте әрнетә.


Сираттағы ҡырағай хәл Үзбәкстандың Наманган өлкәһендә була. Балалар табыу йортонда бер ҡатын сабыйын тапҡас... тәҙрә аша ырғыта. Был ҡылыҡтың сәбәбе нимәлә тип уйлайһығыҙ? Ҡыҙының аяғы кәкре булғанға... Аҙаҡ нимә эшләгәнен аңлап ҡалыпмы икән, үҙенә шик төшмәһен өсөн күршеһенең дә яңы тыуған сабыйын тәҙрәнән ташлаған. Был хәл төндә булған, бәлки шуға күрә бер кем дә уны туҡтата алмағандыр.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бәпестәрҙең икеһе лә һәләк булған. Әле был ҡатынға 15-25, дауахана хеҙмәткәрҙәренә 8 йылға тиклем төрмә янай. Икенсе яҡтан, әсәнең башы эшләмәгәнгә, табиптарҙың ни ғәйебелер?
Читайте нас