Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Сентябрь 2019, 15:12

“Башҡорт балы”н һатып алырға теләһәң...

14 сентябрҙә Өфөлә ҙур сара көтөлә.

Фото: Өфө хакимиәте сайтынан.
Фото: Өфө хакимиәте сайтынан.
14 сентябрҙә Өфөлә ҙур сара көтөлә.
Баш ҡаланың Ленин исемендәге майҙанында “Башҡорт балы” фестивале уҙғарыла. Унда бал, умартасылыҡ һәм апитерапия тауарҙары һатыласаҡ.

Йәрминкәлә бал сифатын баһалау буйынса күсмә ветеринария лабораторияһы эшләйәсәк. Фестиваль майҙансығында килгәндәр өсөн концерт, күңел асыу программаһы ҡаралған. Төрлө бәйгеләр ойошторола. Сара иртәнге сәғәт 9-ҙан көндөҙгө 5-кә тиклем була.
Читайте нас