Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров Өфөнөң “Сипайлово” биҫтәһенә барғанда йәнә бер яңылыҡты хәбәр итте.
Республиканың бөтә муниципаль берәмектәрендә киләһе йылдан Башҡортостан Башлығы ихаталары барлыҡҡа киләсәк. Әйткәндәй, бындай программалар бер нисә төбәктә тормошҡа ашырыла ла инде.
Бындай ихаталар республика Башлығы фондынан финансланасаҡ. Уларҙы муниципалитеттар халҡы тауыш биреү юлы менән үҙҙәре билдәләйәсәк. Артабан ғаризалар шәхсән төбәк етәксеһенә тапшырыласаҡ.
– Еңеп сыҡҡан ихата буйынса миңә заявка бирелә, һәм мин финанслауҙы башлайым. Бер ихатаға биш миллион һум аҡса бүлергә ниәтләйбеҙ. Ихата ҙур икән, был аҡсаға балалар майҙансығы эшләргә мөмкин, күләмле булмаһа, аҡса уны төҙөкләндерергә тулыһынса етәсәк, – тине Радий Хәбиров.