Баймаҡ районында Талҡаҫ күленән йыраҡ түгел урында балыҡсылар ғәжәйеп табышҡа юлыҡҡан: күл төбөндә оҙаҡ йылдар ятып ҡарайған шешә барыһын да таң ҡалдырған!
Баҡтиһәң, унда әллә ҡасан яҙылған мөрәжәғәт-яҙма һаҡланған икән. Был мөғжизә хаҡында ла хәбәрҙар булмаҫ инек әле, әгәр бер балыҡсы ҡыҙыҡһыныусанлыҡ күрһәтмәһә. Бәғзе берәү сүп-сар, тип китер ҙә барыр ине.
Ундағы яҙыуҙан асыҡланыуынса, күл буйында мәктәпте 1986 йылда тамамлағандар осрашҡан икән. Биш йыллыҡтарын билдәләгәндәр. Йәштәр исем-шәрифтәрен яҙған һәм тағы биш йылдан ошонда осрашырға һүҙ ҡуйышҡан.
Хәҙер был яҙыулы шешә урындағы ирҙәрҙең береһендә һаҡлана. Ул зур теләк менән ҡасандыр күл буйында осрашҡан йәштәргә изге аманатты тапшырырға риза.
Бәлки, был тарих хаҡында ишетеп-белеүселәр барҙыр? Булһа, беҙгә яҙып ебәрегеҙ.