Тормош баҫҡыстары әҙәм балаһын төрлөсә һынай. Тәүге йырҙары менән үк тамашасыларҙың иғтибарын яулаған моңло йырсыбыҙ Фәриҙә Ғаззалова хәҙер Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәй. Баҡтиһәң, икенсе тормош иптәше Линар ошо ҡаланан икән.
– Иң мөһиме – иптәшем шәхси эшҡыуар булһа ла, йыр-моңдо ярата, – тип шатланып һөйләй йырсы. – Тамашалар алып барырға, йырҙарымды яҙҙырырға ярҙам итә. Улым Асҡарҙы үҙ улы кеүек ҡабул итте.
Йырсы әле дауаханала ята.
– Октябрь айында бәпәй алып ҡайтырға уйлайбыҙ, – тип сере менән уртаҡлашты ул.