Йәмғиәт
11 Сентября 2019, 06:41

Көҙ тип тормай һыуға төшкәс...

Хәйбулла районында булған хәл башҡаларға һабаҡ булһын ине...

Фото: news 102Фото: news 102
Фото: news 102

Тышта һыуыҡ булһа ла, һаман йылғаға төшөп һыу инергә батырсылыҡ иткәндәр табылып тора. Был батырлыҡтың сәбәбе – күп осраҡта алкоголле эсемлектәр. Тик уның фажиғәгә килтереүе тураһында ғына уйламай шул ҡайһы берәүҙәр.
Хәйбулла районында булған хәл дә ошо сәбәпле килеп сыға. Аҡъяр ауылы янында Таналыҡ йылғаһынан 9 сентябрҙә ир кәүҙәһен сығаралар. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хәбәр итеүенсә, ир иҫерек килеш һыуға төшкән һәм батҡан.
Быйыл республика йылғаларында 51 кеше, шул иҫәптән ете бала батып үлгән.
Читайте нас