Йәмғиәт
11 Сентября 2019, 08:44

Кем ғәйепле? Мотоцикл хужаһымы, әллә ...һыйырмы

Был ваҡиға кисә кис Әбйәлил районында була...

Фото: Lenta.ruФото: Lenta.ru
Фото: Lenta.ru
Тимер ат менән тере мал ҡатнашлығындағы юл-транспорт ваҡиғаһы кисә кис Әбйәлил районында була. Озерное – Кусимов руднигы юлында 31 йәшлек Силәбе өлкәһе кешеһе “Kawasaki” мотоциклы менән идара иткәндә һыйырға барып бәрелә һәм юлдан оса.

Авария һөҙөмтәһендә 31 йәшлек мотоцикл пассажиры зыян күрә. Уны төрлө тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙаталар. Мотоцикл һыйырҙың ситенән тейеп кенә үтә, шуға күрә мал иҫән ҡалған.

ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, кисә республика юлдарында 11 авария теркәлгән, уларҙа 11 кеше төрлө тән йәрәхәттәре алған.
Читайте нас