Йәмғиәт
11 Сентября 2019, 13:09

"Олимпик-парк": Ябыла? Ябылмай?

Күптән түгел социаль селтәрҙәрҙә Өфөләге “Олимпик-парк”ты ошо биләмәлә күп фатирлы йорт төҙөү өсөн ябыуҙары хаҡында хәбәр ителгәйне.

Күптән түгел социаль селтәрҙәрҙә Өфөләге “Олимпик-парк”ты ошо биләмәлә күп фатирлы йорт төҙөү өсөн ябыуҙары хаҡында хәбәр ителгәйне.


Был хәбәр, әлбиттә, барыһын да шаңҡытҡайны, сөнки ул өфөләр генә түгел, ҡунаҡтар, туристар өсөн дә спорт менән шөғөлләнер һәм ял итер өсөн бик яҡшы урын. Бәхеткә күрә, был мәғлүмәт ысынбарлыҡҡа тура килмәй икән. Киреһенсә, яңы спорт комплексын ойоштороу буйынса варианттар ҡарала.


Баҡтиһәң, инвестор баш ҡалабыҙҙағы тау-саңғы базаһы комплексында халыҡ-ара туризм үҙәге төҙөү тәҡдимен әйткән. Тимәк, был проект республикабыҙҙы туризм йәһәтенән сит тарафтарҙа йәшәүселәр өсөн тағы ла ылыҡтырғыс итәсәк. Ҡала хакимиәтендә белдереүҙәренсә, был маҡсатты тормошҡа ашырыу өсөн “Архитектура-планлаштырыу бюроһы” муниципаль унитар предприятиеһы проект әҙерләй. Өҫтәүенә бында киләсәктә күп профилле комплекстың, ҡунаҡхананың һәм кафеның төҙөлөүе планлаштырыла.


Fotokto.ru
Читайте нас