Йәмғиәт
11 Сентября 2019, 11:33

Тиҙлекте арттырған өсөн – 152 мең һум штраф

Етмәһә уға машинаһын теркәргә, махсус таныҡлыҡ алырға ваҡытлыса тыйылған.

Фото: Lenta.ruФото: Lenta.ru
Фото: Lenta.ru
Өфөлә йәшәгән ирҙең тиҙлекте арттырғаны өсөн түләнмәгән 154 штрафы йыйылған! Дөйөм суммаһы - 152 мең һум.


Һөҙөмтәлә уға машинаһын теркәргә, махсус таныҡлыҡ алырға ваҡытлыса тыйылған. Суд приставтары асыҡлауынса, уға тиҙҙән ОСАГО буйынса страховка түләүе килергә тейеш – был уның берҙән-бер килеме. Страховка компанияһына штраф өсөн сумма тотоп ҡалынасағы тураһында ҡарар ебәрелгән дә инде.
Читайте нас