Йәмғиәт
11 Сентября 2019, 05:42

Япондарҙың да кассирҙары урлаша икән

34 йәшлек кассир 1300 (!!!!) картанан аҡса урлаған. Нисек тиһегеҙме? Бик еңел генә...

Фото: news.mail.ruФото: news.mail.ru
Фото: news.mail.ru
Хәтерең шәп булһа, заман технологиялары ла кәрәкмәй...
Токиола йәшәгән 34 йәшлек кассир 1300 картанан аҡса урлаған. Бының өсөн ул, һатып алыусы тауар өсөн иҫәпләшкән арала, 16 урынлы һанды, кешенең исем-шәрифен, картаның яраҡлылыҡ ваҡытын, артҡы өлөшөндәге CVV-кодты хәтерендә ҡалдырып, һуңынан махсус дәфтәргә яҙып барған.
Артабан Юсуке Танигучи ошо мәғлүмәтте ҡулланып, интернет аша тауар һатып алған, ҡуртымдағы фатир өсөн түләгән, аҙыҡ-түлек һәм башҡа ихтыяждары өсөн иҫәпләшкән.

Интернет аша сираттағы һатып алыу ваҡытында уны полиция эләктергән.
Читайте нас