Йәмғиәт
12 Сентября 2019, 13:00

Балаларҙы батырған урындың фотоһын баҫҡандар

Бынан ике көн элек Камчаткала, Вилючинск бухтаһында бер әсәнең балаларын бауға бәйләп һыуға батырыуы хаҡында яҙғайныҡ.

Фото: life.ruФото: life.ru
Фото: life.ru

Бынан ике көн элек Камчаткала, Вилючинск бухтаһында бер әсәнең балаларын бауға бәйләп һыуға батырыуы хаҡында яҙғайныҡ.


Вәхши әсәнең ошо ваҡытта: “Мине бөтәһе лә ташланы, мин бер кемгә лә кәрәк түгел, ирем хыянат итә”, – тип ҡысҡырғаны билдәле.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ярҙан күҙәтеүсе шаһиттар хәлде балаларҙы сыныҡтырыу тип уйлаған. Ә инде ҡатын бөтөнлөй төпкә киткәс, бер ир ярҙамға ташланһа ла һуң булған.

Биш һәм ай ярымлыҡ балаларын үҙ ҡулдары менән һәләк иткән әсә әлеге ваҡытта аҡылында түгел, тикшереү эштәре бара. Йәш ҡатын иренең хыянатын ауыр кисергәнлеге мәғлүм.

"Кам 24" мәғлүмәт агентлығы иһә фажиғә урынынан фото баҫтырған.

Кадрҙа бала коляскаһын, ярға йәйеләгән япманы күрергә була. Тап ошонда 27 йәшлек Екатерина башҡа һыймаҫлыҡ енәйәт башҡарған.
Читайте нас