Йәмғиәт
12 Сентября 2019, 09:50

Башҡорт майҙансығына рәхим итегеҙ!

13 октябрҙә Өфөлә “ЭкоДвор” фестивале үтәсәк. Уның сиктәрендә "Башҡорт Time" тип аталған башҡорт милли майҙансығы ойоштороласаҡ.

Фото: vkФото: vk
Фото: vk
13 октябрҙә Өфөлә “ЭкоДвор” фестивале үтәсәк. Уның сиктәрендә "Башҡорт Time" тип аталған башҡорт милли майҙансығы ойоштороласаҡ. Унда башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәте һәм сәнғәте сағылыш табасаҡ.

Ойоштороусылар бик ҡыҙыҡлы программа тәҡдим итә. “Беҙҙең ваҡытта милли үҙаңдың үҫеше күҙәтелә, күптәр халҡының тарихын, тыуған телен, мәҙәниәтен тәрәнерәк белергә теләй, йолаларын өйрәнә. Йәш быуынды милли йолаларға ярашлы тәрбиәләү – беҙҙең мөһим бурыстарыбыҙҙың береһе”, – ти улар.

Милли майҙансыҡта башҡорт ризыҡтарын тәмләү, милли уйын ҡоралдары менән танышыу (уларҙа уйнап ҡарарға ла була), башҡорт халыҡ бейеүҙәрен күреү мөмкин буласаҡ. Шулай уҡ халҡыбыҙҙың милли биҙәүестәре, көн-күреш әйберҙәре ҡуйыласаҡ. Һәр килеүсене бушлай самауыр сәйе һәм баллы ҡоймаҡ менән һыйлаясаҡтар.

Бер һүҙ менән әйткәндә, бик ҡыҙыҡлы һәм бай программа көтә. Ойоштороусылар был саранан ситтә ҡалмаҫҡа һәм теркәлергә саҡыра. Быны ошо һылтанма буйынса эшләргә мөмкин:

Сара 13 октябрҙә сәғәт 2-лә Нефтехимиктарҙың мәҙәниәт һәм ял паркында үтәсәк.
Читайте нас