Ҡытай халҡына иҫең китерлек! Улар ҡырмыҫҡа кеүек, һәр саҡ хәрәкәттә, бер генә лә эшһеҙ тора белмәйҙәр.
Санья ҡалаһына сәйәхәт иткәндә бер ҡытайҙың да ҡул ҡаушарып ултырғанын күрмәнем. Мәҫәлән, сит илдәге тормош менән танышыу маҡсатында тышҡа сыҡҡанда, кемдәрҙеңдер урам һепереүенә, икенселәрҙең сәскәләргә һыу һибеүенә, бынан тыш рәтләү-буяу ише мәшәҡәттәрҙе бүтәндәрҙең күңел биреп башҡарыуына шаһит булдым. Шул уҡ ваҡытта ҡытайҙарҙың ауыҙҙарының буш тормауы аптыратты, хатта скутерҙа елдереп китеп барғанда ла. Егеттең уң ҡулы рулдә булһа, һулаҡайында – бутерброд. Артта ултырған һылыуҡай ҙа рәхәтләнеп көйшәй. “Юлда тамаҡ туйҙы, хәҙер инде еңдәрҙе һыҙғанып эшкә тотонорға ла мөмкин”, – тип көлә офисына килеп туҡтаған танышым Тингж.