Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Сентябрь 2019, 00:05

Фәдис менән йәш арағыҙ шаҡтай...

Был тормошта ҡаршылыҡтар тыуҙырмаймы? Ошо һорауға Лилиә Биктимерова нимә тип яуап биргән?

Фото йырсының социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.
Фото йырсының социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.
Артистарҙың тормошо менән ҡыҙыҡһынмаған кеше юҡтыр. Ҡайһы яҡтан? Ире кем? Ҡайҙа танышҡандар?
"2000 йылда училищены тамамлағандан һуң филармонияға килдем. Фәдис Ғәниев төркөмөндә йырлау теләген белдерҙем, – тип хәтирәләргә бирелә Башҡортостандың атҡаҙанған йырсыһы Лилиә Биктимерова. – Алдылар. Һуңынан уның менән яҡындан танышып киттек. 2003 йылдан бергә йәшәйбеҙ.
Күптәр: "Фәдис менән йәш арағыҙ шаҡтай. Был ҡаршылыҡтар тыуҙырмаймы?" – тип һорай. Йәш арабыҙ – 13 йыл. Юҡ, бер ниндәй ҙә ҡаршылыҡтар тыумай. Минең ҡарашҡа, ир-ат ҡатын-ҡыҙҙан кәм тигәндә 10 йәшкә өлкәнерәк булырға тейеш. Шул осраҡта бер-береңде аңлау күпкә еңелерәк".
Читайте нас