Былтырғы енәйәте өсөн 54 йәшлек иргә суд алдында яуап тоторға тура киләсәк.
Бер юлы ике кешенең ғүмерен ҡыйған иҫереккә ҡарата ҡуҙғатылған енәйәт эше Башҡортостандың Юғары судында ҡараласаҡ.
Прокуратураның матбуғат хеҙмәтендә әйтеүҙәренсә, былтыр ноябрҙә эскән ир ҡатынын бер туған ҡустыһынан көнләшеп, күп уйлап тормай, сейфтан «Сайга-410К» ҡоралын ала ла тәүҙә йәмәғәтенә ата, аҙаҡ фатирҙан сығып китергә йыйынған туғанына терәй.
Көнсөл ирҙең ҡорбандары шунда уҡ йән бирә. Шуныһы тағы ла ҡыҙғаныс: ике кешенең ғүмерен ҡыйған енәйәтсе ғәйебен танымай, намыҫы һаман да уянмаған.