Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Сентябрь 2019, 13:58

“Кушеткаға ҡайыш менән бәйләп һалдылар ҙа... “

Елена Антальялағы быйылғы ялын ҡурҡыныс бер төш кеүек хәтерләй. Табиптар уның ете йәшлек ҡыҙы Миланаға диагноз ҡуйғансы, бала клиникала саҡ йән бирмәй. Барыһы тураһында ла ентекләберәк.

Фото: bash.news
Фото: bash.news
Әллә нимә булды быйыл Төркиәлә. Яҡташтарыбыҙ күпләп һәләк була, дауаханаларында кешеләрҙең ағзаларын алып ҡалалар...

Өфө кешеһе Елена ла Антальялағы быйылғы ялын ҡурҡыныс бер төш кеүек хәтерләй. Табиптар уның ете йәшлек ҡыҙы Миланаға диагноз ҡуйғансы, бала клиникала саҡ йән бирмәй. Бәхеттәренә күрә, уларҙың был илдә таныштары табыла. Барыһы тураһында ла ентекләберәк.
Елена менән ҡыҙы Милана ял иткән саҡта, ҡыҙҙың ҡапыл эсе ауырта, бала бер туҡтауһыҙ ҡоҫа башлай. Моғайын, бассейнда һыу йотҡандыр, тип уйлай әсә һәм дарыу бирә. Тик баланың хәле яҡшырмағас, “Ашығыс ярҙам” саҡырырға мәжбүр булалар. Дауаханаға китеп барышлай медбрат уларҙың Төркиәлә таныштары бармы, тип һорап ҡуя.
Клиникаға килгәс, табип аппендицит диагнозын шик аҫтына ҡуя. Бынан һуң Милананы УЗИ-ға алып китәләр һәм эсәктәре сейәлгән тигән ҡот осҡос диагноз ҡуялар, тиҙ генә операция яһарға кәрәклеген әйтәләр. Еленаның ҡото оса. Тап ошо саҡта уның телефонының зарядкаһы ултыра, әммә табиптар зарядка бирмәйҙәр. Ҡатын операциянан баш тартырға булғас, бөтәһе лә ҡапыл сыуалана башлай. Шунда уҡ зарядка табып бирәләр, тәржемәсе лә килтерәләр. Табип менән тәржемәсе уны операция мотлаҡ кәрәк, тип ышандыра башлай. Тәржемәсе баланы ҡулынан һөйрәп тигәндәй шәм ҡуйырға алып китә башлай, ҡатын саҡ алып ҡала уны.

Һөҙөмтәлә улар клиникала биш сәғәттән ашыу була. Милана ҡоҫа, температураһы күтәрелә, гел генә һыу һорай, тик бер кем дә янына килеп, исмаһам, укол да ҡаҙамай, хатта һыу ҙа бирмәй. Еленаға төрөк телендә яҙылған УЗИ һөҙөмтәләрен бирәләр һәм һаман да операция яһарға кәрәклеген тылҡыйҙар. Ҡатын төрөк кешеһенә кейәүгә сыҡҡан әхирәтенә шылтырата һәм ярҙам һорай. Ә был ваҡытта баланы операция яһарға икенсе клиникаға алып китә башлайҙар. Бер үҙен.

– “Ашығыс ярҙам” машинаһына ҡыҙымды яңғыҙын индереп һалдылар, мине индермәйҙәр. Уны кушеткаға ҡуша бәйләп ҡуйҙылар. Шундай тойғолар кисерҙем, әйтерһең дә, баламдың ағзаларын алырға алып китеп баралар. Мин баламды ебәрмәйем, тип ҡысҡыра башлағас ҡына табиптар машинаға инеп, кушеткаға ятырға тәҡдим итте. Ятыу менән мине лә ҡайыштар менән бәйләп ҡуйҙылар. Ә ултыра торған урындар бар ине, – тип хәтерләй Елена.
Клиникаға килеп еткәс, Еленаға әхирәте шылтырата һәм улар артынан төрөк иренең туғандары килеүе тураһында хәбәр итә. Шул саҡта табиптар ҡапыл ғына ихтирамлы булып китә, шунда уҡ алдан ҡуйылған "эсәктәр сеймәлеүе" тигән диагноз да юҡҡа сыға. Баҡһаң, баланың ғүмеренә хәүеф юҡ, уға ни бары система ғына ҡуйырға кәрәк икән. Иртәгәһенә улар шәбәйеп ҡайтып та китә.

– Әхирәтемә һәм уның туғандарына ныҡ рәхмәтлемен. Улар булмаһа, балама бушҡа операция яһарҙар һәм хәлдең нисек бөтөрен бер кем дә әйтә алмаҫ ине. Ә инде ошондай хәлдә ҡалғандарға кәңәшем шул: төрөк табиптары менән балағыҙҙы яңғыҙ ҡалдырмағыҙ, бөтә булған таныштарығыҙға һәм консуллыҡҡа хәбәр итегеҙ, – ти Елена.
Читайте нас