Йәмғиәт
13 Сентября 2019, 08:55

Бәшмәк яратыусыларға кәңәштәр

* Бәшмәкте ямғырҙан һуң йыймағыҙ, юғиһә ул тиҙ боҙола.

* Бәшмәкте ямғырҙан һуң йыймағыҙ, юғиһә ул тиҙ боҙола.
* Уны киптереп һаҡларға теләһәгеҙ, епкә теҙеп, ел үтә өрмәгән урынға ҡуйығыҙ. Киптерергә әҙерләгән бәшмәкте йыуырға ярамай.
* Киптерелгән бәшмәктән аш-һыу әҙерләр алдынан уны йомшартыу өсөн бер аҙ һөттә тотоп алығыҙ.
* Шампиньон ҡараймаһын өсөн таҙартҡас та тоҙло һыуға һалып тороғоҙ.
* Эшләпәһен аҫҡа ҡаратып һалһаң, бәшмәк тигеҙ тоҙлана һәм маринадлана, шулай уҡ оҙағыраҡ һаҡлана.
* Тоҙланған бәшмәк боҙолмаһын тиһәгеҙ, өҫтөнә аҙ ғына үҫемлек майы ҡойоғоҙ.
* Әгәр йыйған бәшмәгегеҙгә шикләнһәгеҙ, ҡайнатҡан саҡта бер баш әрселгән һуған өҫтәгеҙ. Һуған шәмәхә-күк төҫкә инһә, тимәк, бәшмәктәрегеҙ араһында ағыулыһы бар. Был осраҡта табышығыҙҙы ташлауҙан башҡа сара юҡ.
Читайте нас