Йәмғиәт
13 Сентябрь 2019, 07:15

Ҡорбандарҙы һайламай...

Үҙҙәренең енәйәтсел уй-ниәттәрен ҡурҡытыу, янау, көс ҡулланыу ярҙамында бойомға ашырырға ынтылған төркөмдәр йыш ҡына террор алымын ҡулланып, ғәйепһеҙ кешеләрҙе юҡ итә. Йәш Рәсәй дәүләтендә лә бындай ваҡиғалар, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, осрап тора.

Үҙҙәренең енәйәтсел уй-ниәттәрен ҡурҡытыу, янау, көс ҡулланыу ярҙамында бойомға ашырырға ынтылған төркөмдәр йыш ҡына террор алымын ҡулланып, ғәйепһеҙ кешеләрҙе юҡ итә. Йәш Рәсәй дәүләтендә лә бындай ваҡиғалар, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, осрап тора.


Хәтерләйһегеҙҙер, 2002 йылдың 9 Май көнөндә Каспийскиҙа (Дағстан) байрам колоннаһы үткән саҡта шартлау булды. Ул фажиғәлә 45 кеше һәләк булды, шул иҫәптән 12 бала, 170 кеше йәрәхәтләнде. Ошо уҡ йылдың 26 октябрендә террорсылар Мәскәүҙә Дубровкала “Норд-Ост” мюзиклын ҡарарға килгән 912 кешене аманат итеп алды. Бындағы халыҡты өс көндән һуң ғына азат итеүгә өлгәштеләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бинаға һөжүм итеү ҡорбанһыҙ үтмәй, 130 кешенең ғүмере өҙөлдө.


Террорсылар төрлө алымдарҙы һәм урындарҙы файҙалана. Мәҫәлән, 2004 йылда Мәскәү метрополитенындағы “Автозаводская” һәм “Павелецкая” станциялары араһында вагон шартлап, янғын сыҡты. Теракт һөҙөмтәһендә 41 кешенең ғүмере өҙөлдө, 130-ы төрлө тән йәрәхәте алды. Ошо уҡ йылдың 1 сентябрендә Беслан мәктәбендәге Белем байрамы ваҡытында енәйәтселәр 1200 кешене аманатҡа алды. Был фажиғә һөҙөмтәһендә 334 кешенең, шул иҫәптән 186 баланың ғүмере өҙөлдө. 126 кеше, шул иҫәптән 70 бала ғүмерлеккә инвалид булып ҡалды.


Бандиттар 2005 йылдың 13 октябрендә Ҡабарҙа-Балҡар Республикаһының Нальчик ҡалаһындағы көс структураһы бүлексәһенә һөжүм итте. Бәрелеш һөҙөмтәһендә 87 террорсы үлде, 50-һе ҡулға алынды. Шулай уҡ 12 граждандың һәм 35 милиция хеҙмәткәренең ғүмере өҙөлдө, 100 кеше яраланды, уларҙың 85-е – тәртип һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре.


Эйе, был исемлекте әллә күпме дауам итергә була... Улар республиканан ситтә булһа ла, ил тарихының ошондай ҡара таптары һәр кемебеҙҙең хәтеренә онотолмаҫлыҡ фажиғә булып инеп уйылды. Террор ҡорбандары булған ябай халыҡ ҡайғыһы, күҙ йәштәре беребеҙҙе лә битараф ҡалдырманы. Илдә һәр ваҡыт тыныслыҡ, милләт-ара татыулыҡ булһын ине!
Читайте нас