Йәмғиәт
12 Сентября 2019, 19:06

Ресторанда өс миллион һумға һыйланған

Юҡ, ғәжәпләнмәйбеҙ ҙә, көнләшмәйбеҙ ҙә. Һаулыҡ ҡына булһын!

Фото: newbusness.suФото: newbusness.su
Фото: newbusness.su
Рәсәйҙең иң бай эшҡыуары һәм йәмәғәт эшмәкәре өс дуҫы менән ресторанда өс миллион һумға һыйланған.
Улар ҡалдырған чектан күренеүенсә, Роман Абрамович ҡиммәтле шарап, төрлө сырҙарҙан торған турама, бер нисә төр пастанан тыш башҡа ризыҡҡа заказ бирмәгән. Бәлки, трюфель деликатесы ныҡ ҡиммәт булдымы икән?
Нью-Йорк ҡалаһы ресторандарының береһендә була был хәл. Абрамович ашап сыҡҡандан һуң официанттарға биш мең доллар ҡалдыра. Әлеге ресторан сәхнә йондоҙҙарының, миллионерҙарҙың яратҡан урыны, күптәр бында тамаҡ ялғарға тип хатта көн һайын килә икән.
Ә беҙ көнөнә 100 һумлыҡ ашаһаҡ, ҡайһылай ҡиммәт был төшкө аш, тип ҡайғырабыҙ. Юҡ, бай кешеләрҙең ҡылыҡтарына ғәжәпләнмәйбеҙ ҙә, көнләшмәйбеҙ ҙә. Һаулыҡ булһын, ә аҡса бөгөн бар, иртәгә юҡ...
Читайте нас