Йәмәғәт транспорттарында аҡса түләмәгән өсөн үҫмерҙәр менән низағ гел дә осрап тора.
Күптән түгел бер малайҙың йоҙроғонан имгәнгән водитель дауаханаға эләккән. Ул полицияға ғариза яҙырға мәжбүр булған.
Контролерҙар троллейбуста пассажирҙарҙың билетын тикшергәндә бер нисә үҫмерҙең юл хаҡы түләмәгәнен асыҡлай. Йәштәр, аҡса бирәһе урынға, әрләшә башлай. Хәлде көйләү ниәте менән водитель дә салонға сыға. Ҡыҙып алған бер үҫмер иргә йоҙроғо менән тондора. Пассажирҙар был хәлде видеоға төшөрә. Үҫмерҙәр ябыҡ ишекте көс менән асып, ҡаса һала.
Ваҡиға урынына Дзержинск полицияһы, ашығыс ярҙам килә. Водитель дауаханала. 23 һумлыҡ билеттың шулай бик ҡиммәткә төшөүе бар.