Һуңғы ваҡытта насар яңылыҡтар күбәйгәндә, ыңғайҙарын ишетеү айырыуса күңелле. Был юлы табиптарҙың уңғанлығын баһалағы килә.
Күрше Пермь крайындағы Куедала 14 йәшлек малай гидравлик балта менән утын ярғанда, ҡоралы тайып китә һәм ҡулын өҙә.
Тормошо саҡ башланып торған егеткә инвалид булып ҡалыу ҙур бәлә, әлбиттә. Шуға күрә табиптар ҡулын кире тергеҙеү өсөн бар көсөн һала.
Һөҙөмтәлә ошо көндәрҙә өсөнсө операция үткән, малайҙың ҡулы уңышлы тегелеп ҡуйылған. Уға һиҙгерлеге ҡайтҡан, үҫмер тулыһынса һауығасаҡ, тиҙәр. Әйткәндәй, был операциялар бушлай эшләнгән.